Геройҙар дәүере
9 Апрель 2025, 12:00

Ҡөрьән китабы янмай ҡалған

Был китаптарҙың береһен Хәмзә хәҙрәт Хафизов үҙендә һаҡлаһа, икенсеһен Өфөләге музейға тапшырырға ниәтләй.

Ҡөрьән китабы янмай ҡалғанҠөрьән китабы янмай ҡалған
Ҡөрьән китабы янмай ҡалған

Хәмзә хәҙрәт Хафизовтың махсус хәрби операцияла йөрөүенә быйыл йәй өс йыл була. Ул яугирҙәрҙе иман ныҡлығына өндәй. Үҙе менән бергә кеҫәлә йөрөтөрлөк сүрәләр китабы ла алып барған, егеттәргә таратҡан. Үҙҙәре йәшәгән вагонда (һөйләштә - вагонка, теплушка) изге китаптар - ике Ҡөрьән дә була. Бер мәл вагон янып китә, ә изге китаптар ҡалған.

"Ситтәре бер аҙ янған, өтөлгән, әммә китап ҡалды. Аллаһ ҡөҙрәте был. Яуҙағы егеттәргә сабырлыҡ һәм тиҙерәк һуғыш бөтөүен теләйем. Яраланғандар тиҙ арала һауыҡһын. Ә һәләк булғандарҙың йәне йәннәттә булһын!" - ти Хәмзә хәҙрәт.

Был китаптарҙың береһен Хәмзә хәҙрәт үҙендә һаҡлаһа, икенсеһен Өфөләге музейға тапшырырға ниәтләй.

Фото һәм сығанаҡ: Резеда Вәлиева

Автор:Карима Усманова
Читайте нас