Геройҙар дәүере
12 Апрель 2025, 15:00

Һуңғы һулыш. Повесть. Гөлназ ҠОТОЕВА

Тыйылған һөйөү икәү араһын­дағы ғашиҡ утына ялҡын ғына өҫтәне. Кристинаны Мәгниткә күсереүҙәре бер ниндәй һөҙөмтә бирмәне. Киреһенсә, Сашаға ҡыҙҙы күреү, ҡаршылау өсөн уңайлы булып сыҡты. “Әсәйем һиңә сәләм әйтте”, “Әсәйем һиңә ошо бәлештәрҙе биреп ебәрҙе!”, “Был бүләк – әсә­йемдән!” тип йыш әйтә ине Саша Кристинаға. Үҙе әсәйһеҙ үҫкән ҡыҙға был шундай рәхәтлек бирҙе. Ана бит ул ниндәй күңелле – әсәй­ле булыу! Һинең хаҡта уйлайҙар, хәстәрлек күрәләр!

Һуңғы һулыш. Повесть. Гөлназ ҠОТОЕВАҺуңғы һулыш. Повесть. Гөлназ ҠОТОЕВА
Һуңғы һулыш. Повесть. Гөлназ ҠОТОЕВА

 

Бер ваҡыт урамда йөрөп ныҡ ҡына өшөгәйнеләр. Саша өйҙәренә инеп йылынып сығырға тәҡдим итте. Кристина Сашаның әсәһе менән атаһынан ҡурҡа ине. “Ҡурҡма, улар ауылда бит ул!” – тине егет, киң йылмайып. Ҡурҡырға кәрәк булған да бит. Ун дүрт йәшеңдә бәпес ҡосаҡлап ултырғың килер инеме? Ул хаҡта уйланымы икән шул ваҡыт Кристина? Бары Сашаның күҙенә генә ҡарап торҙо. Барыһы ла ул әйткәнсә булырға тейеш, тип уға һүҙһеҙ буйһондо. Яҡынлыҡ ҡылынғас та, уны үҙенең ире кеүек ҡабул итте. Саша ҡайҙа, Кристина ла шунда булырға тейеш ине. Олатай-өләсәй, апай барлығы ла онотолдо. Сашаның үҙен генә түгел, әсәһен дә, атаһын да яратты, уларҙан оялмаҫҡа өйрәнде, ҡустылары менән шаярҙы. Әсәһенә аш-һыу яраштырырға ярҙам ит­келәне. Бергәләп пицца бешер­гәндәре әле һаман иҫендә.

Бер ваҡыт Фәһимәгә таныш тү­гел номерҙан шылтыратыу яңғыра­ны.

– Әйтегеҙ әле, Кристина һеҙ­ҙәме?

– Беҙҙә. Ә һеҙ кем? Апаһы?! Әсәһе юҡмы ни уның?

– Бар... Адресығыҙҙы әйтегеҙ, һеңлемде килеп алам.

Үҙҙәренә инеп йәшәп алып киткән бәлиғ булмаған ҡыҙҙы йәше­реп ҡалдыра алмай ине Фәһимә. Ҡыуып сығарырға ла хаҡы юҡ. Йөрөр-йөрөр ҙә үҙе юҡҡа сығыр, ялҡыр, биҙер, тип уйлаған­дыр, бәлки. Шулай итеп, ҡыҙҙың "хужа"­һы табылды. Сашаның да “өйлә­нәм” тигән хәбәре булманы. Кристина нисек килеп ингән, шулай сығып китте. Ул киткәнгә берәү ҙә ҡайғырманы ла, иламаны ла кеүек. Саша ла, бер ни тиклем һөмһөрө ҡойолоп йөрөнө лә, бер ни бул­мағандай йәшәп алып китте.

Кристинаның хәле апаһына мәғлүм булды.

– Бала? Шул наркоманың­дан­мы? Аллам һаҡлаһын! Кит инде, ун дүрт йәшеңдә бала ҡосаҡлап ул­тырмаһаң... – тине ул, ҡобараһы осоп. – Тиҙ генә ҡотолоу яйын табырға кәрәк беҙгә! Ҡыҙҙар һөйлә­гәйне, бер укол ғына етә, тип. Һине лә шул табипҡа алып барырбыҙ, – тип ай-вайына ҡуймай алып китте Кристинаны дауаханаға. Апаһы уны ярата ине. Насарлыҡ теләмә­гәндер. Кристинаның йөклө булға­нын белеп ҡалған Саша: “Баланы үлтермә, зинһар!” – тип ялынды. Ана бит, әсәһенә лә әйткән. Крис­тина тоҙло ҡыяр таптыра тигәс, уны­һын да биреп ебәргән. Фая апай һәйбәт бит ул. Ысын әсәй һымаҡ!

Кристинаның апаһы, яһил ҡа­йын­бикә булып, Сашаға янап ҡуйырға ла онотманы:

– Ҡара һин уны! Минең һеңлем бәлиғ булмаған! Берәй нәмә өндәш­һәң, башыңды төрмәлә серетербеҙ! Шым! Берәү ҙә һиңә ҡыҙҙы тоттороп ҡуйырға йыйынмай!

Шулай айырылды уларҙың юлдары. Кристинаны Сашанан ҡа­сырып, Силәбегә оҙаттылар шул хәлдән һуң. Әсәһенә барып һы­йынды, шунда һөнәр алып, яңы егет тапты. Һөйгәне үҙенә яуап бирмәй башлағас, Саша ҡан та­мырҙарын ҡырҡты. Йәшәүҙең мә­ғәнәһе ҡалмағайны уға. Ҡотҡарып ҡалдылар. Күп тә тормай, ул доза өсөн урлашып тотолоп төрмәгә ултырҙы.

Бер йылдан да, ике йылдан да эҙләп таба ине Саша Кристинаны. Ҡыҙҙары булманы түгел, булды. Һылыуҡайҙар үҙҙәре муйынына аҫылыныр ине. Фыртауай егет. Һәр ваҡыт матур, бөхтә кейенә. Кәүҙә тиһәң, кәүҙә! Төҫ тиһәң, төҫ үҙендә! Тик береһен дә кәләш тип күрмәне, Кристинаның урынын берәү ҙә яулай алманы.

* * *

Ҡыҙҙар йығылып ятып Сашаның татлы һүҙенә ышана ине шул. Бер мәл Агаповка тирәһенә барып сыҡҡан. Ҡаҙаҡтарҙа йылҡы малы көтөшә, тинеләр.

– Иҫке генә булһа ла машина ла алып ебәрҙем әле мин, – тине ул, ата-әсәһенә маҡтанып. Шунда бер бумала башҡа эйәләшкән икән. Ҡыҙҙан кредит алдырған. Уныһы әле һаман шуны түләй, имеш. “Саша миңә ярҙам итәм, МХО-ламын, унан һиңә аҡса ебәрермен, тип ышандырғайны, әле бәйлә­неш­кә сыҡмай башланы, иҫәнме ул?” – тип әле һаман ваҡыты-ваҡыты менән шылтыратып ала һылыуҡай.

* * *

– Эх, еңгәй, еңгәкәй! Ниңә шулай һылыу икән һин? Мин һине күрҙем дә, кәләшем ошондай булырға тейеш, тип уйланым. Шунда уҡ башым-тояғым менән ғашиҡ булдым. Тәүге тапҡыр күрешкәнде иҫләй­һеңме? Эйе, һин туй күлдәгендә инең... Етмәһә, ағайҙың кәләше. Минең ниҙәр уйлап, ниҙәр кисер­гәнде үҙең бел инде!

Ләлә ҡәйнешенең рәшәткә артында ултырғанын ишетеп белә ине инде. Күрәләтә үҙенә матур һүҙҙәр яҙып һоҡланған, йөрәктәр ҡуйған егеттең башта күңелен ҡыйырға теләмәне, һөйләшә тор­ғас, һүҙҙәре беректе. Икенсе бала­һын, ҡыҙын табып, декретта ултыр­ған сағы ине бит, иғтибарға, наҙға зар-интизар булып. Ире таң һары­һынан эшкә тип сығып китә лә төндә генә ҡайта. Сменала булға­нында бөтөнләй ҡайтмай. Бер мәл, “һимеҙһең” тип, түшәккә бергә ятмай башланы. Баланан һуң ҡалы­найып киткән һымаҡ булһа ла, артыҡ ауырлығынан тиҙ генә ҡото­ла һалды Ләлә. Барыбер хәлдәр үҙгәрмәне. Ире айырым ашай башланы. Өҫтәлгә бергә ултырмай. Спортсының диетаһына ул ярамай, был ярамай. Уға Ләлә айырым яраштырҙы. Айырым тү­шәк, айырым аш, айырым йөрөү­ҙәр, нахаҡ һүҙҙәр, һалҡын ҡараш­тар түҙгеһеҙ һағыш, әрнеү барлыҡ­ҡа килтерҙе. Зыңлап торған буш­лыҡта Сашаның хәбәрҙәре йәйғор булып балҡыны. Ләләне лә бал­ҡытты. “Еңгәкәйем!” – тип иркәләп өндәшһә, үлер ҙә китер ине.

Юғалып торһа ла, уны тыны менән тартып алырҙай булып һағынды. Бер шулай оҙаҡ ҡына булмай торғандан һуң өндәште: “Еңгәкәйем, бәләгә тарыным бит әле, ҡотҡар, зинһар!” Һораған тиклем аҡсаһын һис һүҙһеҙ күсереп ҡуйҙы ҡәйнешенә. Тегеһе татлы телләнде: “Бына шулай ҡыйыу, йомарт булғаның өсөн яратам да инде үҙеңде, матурым!” “Матурым” тигәнгә көн буйына осоп ҡына йөрөнө Ләлә. Йөҙөнән йылмайыу китмәне. 

– Ләлә, бына яныңда булһам­мы? Бешкән сейәләй өрөлөп торған ирендәреңдән һурып-һурып үбер инем, нескә генә билеңдән ҡыҫып-ҡыҫып яратыр инем, нисек инде шундай татлы ҡатынды яратмаҫҡа мөмкин? Эх...

– Ярай инде, миңә һинең рәх­мәтеңдән бүтәне кәрәкмәй. Оҙаҡҡа юғалма бынан кире, йәме...

– Борсолдоңмо минең өсөн? И-и-и, инде шуны... Бәләкәсемде...

– Борсолдом шул...

– Һағындыңмы мине?

– Һағынһаң, һалҡын һыу эс, тимәксеһеңме? – Ләлә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.

– Юҡ, ысын.

– Һағындым.

– Мин аңлап торам, хаҡым юҡ үҙ ағайымдың ҡатынының күңеленә үрелергә... Уның менән уйнарға. Еңгәй... Мин үҙем дә бына әллә нимә эшләнем. Шул хистәрҙән ҡасып та интернетҡа инмәҫкә булдым. Юғалып торҙом. Ғәфү ит мине, йәме. Ҡабат улайтмам.

– Саша... Уйнама. Әммә һин минең ҡараңғы көндәремде йәм­ләп, алдымда ҡапыл ҡалҡҡан йәйғор һымаҡ... – Был һүҙҙәрҙе яҙғанда Ләләнең сикәләренән йәш тәгәрәй ине.

Ләлә иренең өйҙән сығып кит­кәненә артыҡ бошонманы ла кеүек. Сит ҡатындарға йөрөүенән биҙрә­гәйне. Төндәрен ҡасып ҡына ят бисәләр менән танышып һөйләшә, уларҙың асыҡ, ярым-яланғас фотоларын ҡарап ултырыуҙарын күрмәне түгел, күрҙе Ләлә. Йоғошло сирҙәр эләктереүе лә бушҡа түгел ине бит инде. Тәүге бала ҙурайҙы, яңғыҙ үҫә, уға иптәш кәрәк тигәндән, улын атайһыҙ итмәйем тип, тешен ҡыҫып түҙеп йәшәне Ләлә. Икенсегә ауырға ҡала алмайһың, шуға айы­рылышабыҙ, тигән һүҙҙәрен дә үткәреп ебәрҙе. Йәнә ошо уйын тор­мошҡа ашырыу өсөн бер хәйлә уйлап сығарҙы ире. Йәнәһе лә, беҙҙең эштә 35-кә тиклемге йәш­тәр­гә льготалы фатир бирәләр, имеш. Шуға ла беҙ айыры­лышабыҙ. Ғаризаны кәңәш тә итмәйенсә судҡа алып барып та ҡуйған. Илап,  алырға күндерҙе ҡағыҙын шулай ҙа.

Был хәл Ләләне һағайтты, иренән һыуындырҙы. “Барыбер минән китер. Барыһы ла шуға табан бара бит инде”, – тип үҙен тынысландырҙы. Ире икенсе ҡатынға сығып киткәс, күңелен Саша менән баҫты. Башта ҡәйнешенә күстәнәс кенә ебәреп торҙо. “Тәмәке ҡабы бында аҡса берәмеге кеүек йөрөй. Шуға үҙем бик тартмаһам да, уларын да һал инде, йәме”, – тип үтенә ине Саша.

Төрмәгә “свиданкаға” үҙ аяҡтары менән барыу өсөн ниндәй көслө теләк кәрәк булғанын үҙе генә белә Ләлә. Ә сит ҡатын менән осрашыу ойоштороуға ни хәтлем кешеләрҙән рөхсәт алып, күпме сығым китте. Ярай уның абруйы бар. Ләлә, паспорты һәм телефонынан тыш, эске кейемдәренә тиклем тикшереп, тентеп индереү­ҙәрен ғәрлек тип ҡабул итте. “Йә инде, эштә ошолай йөрөгәнде белеп ҡалһалар, бөттө бит баш. Үҙемде түбәнлеккә төшкән ҡатын кеүек тойҙом бөгөн”, – тип һөйләгәнендә уның эҫе күҙ йәштәре Сашаның яланғас күкрәген өттө. “Етәр, илама, барыһы ла яҡшы булыр! Күп ҡалманы, түҙ, сығам да законлы ҡатыным итәм үҙеңде. Барыһы ла беҙ теләгәнсә булыр!” – тине Саша, уны үҙенә ҡыҫып. “Еңгәкәйем” тиһә лә, элекке ире менән туғанлығы юҡ ине уларҙың, бары ауылдаштар булғанға Ләләгә шулай тип өндәшә ине.

– Ҡара, элекке ирем беҙ өйләнешкәнде белһә, ни тиер икән?

– Был һиңә мөһимме, әллә минең менән бәхетле булыумы?

– Әлбиттә, бәхетле булыу.

– Онот. Йылмай. Көл. Күҙәте­үемсә, һин минең менән аралаша башлағандан бирле уйсанға әйлән­дең, һирәк йылмаяһың. Элек, иҫләйһеңме, ниндәй көләкәс инең...

Саша дөрөҫ әйтә. Ире киткәс, ауырлашты. Ике баланы ҡарау бер үҙенә еңел түгел шул.

– Ә беләһеңме, еңгәй, мин тағы ла нимәгә һиңә ғашиҡ? Тауышыңды ишетһәм, тәнем зымбырлап китә, әллә ниндәй төймәләремә баҫыл­ған кеүек булам, ирлек дәртем уяна... Ғәжәп... – Улар осрашҡан хө­көм ителеүселәр ҡунаҡханаһы хан һарайына әйләнә, ә Ләлә үҙен ханбикә итеп тоя, яратып-яраты­лыуҙары үҙе бәхет... Саша уны нисектер “апайым” тип индерә алды, “свиданка”ға саҡыра алды бит...

Ошо осрашыуҙан һуң ике ай үткәс, Саша мөҙҙәтен тултырып, төрмәнән сыҡты. Сығыр алдынан социаль селтәрҙәге битләүендә: “– 1 буйҙаҡ” тигән шатлыҡлы яҙыу күренде. Ләлә менән Саша яҙы­лышты. Был иҫтәлекле көндә Фә­һимә ире Сергей менән йәштәрҙе ҡотларға тип Ләләнең фатирына килде. Улының ике балалы, үҙенән ун йәшкә оло ҡатынды алыуы уны хафаландырманы. Өйләнәм тигәс, өйләнһен. Бәлки, ошо ҡатынға әүрәп, матур итеп йәшәп алып китер, тигән өмөт барлыҡҡа килгәйне унда. Яңы ғаилә ҡороусыларға мендәр-юрғанын ҡыҫтырып, аҡса­лата бүләген тотоп килде улар. Килен үҙенән 10 йәшкә генә оло Фәһи­мәгә “ҡәйнәм” тип өндәште, ә үҙенә “килен” тип өндәшкәндә күңеле иреп китә ине. Ғашиҡтар алтын балдаҡтар кейҙереште. Никах балдаҡлы ҡулдарын төшөрөп, сәхифәләренә һалдылар. Статус­тарын “өйләнгән” тигәнгә алмаш­тырҙылар. Ләләнең алты йәшлек ҡыҙы уға “атай” тип өндәшә башланы. Ошо хәл Сашаға айырыуса оҡшай ине. “Үҙебеҙҙекеләрҙе лә тапһаң... Улыбыҙ хаҡында хыялланам мин, Ләләкәй!” – тине Саша, ҡатынының бәхеттән балҡыған күҙҙәренә тура ҡарап. Ошонан һуң барыһы ла яҡшы булыр кеүек ине.

Автор:Гөлназ Ҡотоева
Читайте нас