Былтыр көҙ ул бер нисә көн эсендә документтарын йыйып, медицина комиссияһын үткәндән һуң ғына яҡындарына Оборона министрлығы менән контракт төҙөүе тураһында хәбәр итергә була. Ҡатыны менән әсәһе уның ҡарарынан баш тартыуын үтенһә лә, ир һүҙендә ныҡ тора.
Үҙ ваҡытында армияла сик һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән ирҙе штурмлаусы мотоуҡсылар батальонына билдәләйҙәр, тип яҙа “Ашкадарские зори”.
–Минең менән төрлө йәштәге ирҙәр хеҙмәт итте, нигеҙҙә йәштәр. Алтмыш йәшлектәр ҙә бар ине. Командирыбыҙ бик йәш булһа ла, хәрби тәжрибәһе булғас ,беҙҙе һуғышҡа ныҡлы әҙерләү өсөн көнө буйы ҡыуҙы ғына.Тулы обмундирование, броня, рюкзак менән бер яҡҡа ғына 15 километр йүгерәбеҙ, аҙаҡ – ҡайтыр яҡҡа. Бындай көсөргәнеште бөтәһе лә күтәрә алманы, әлбиттә. Ай ярымдан һуң беҙҙе алғы һыҙыҡҡа оҙаттылар, тап унда үлем һәм йәшәү араһындағы нескә сикте тойҙоҡ, – ти “Немо” позывнойлы яугир. – Йәшермәйем, ҡурҡыныс ине. Баш өҫтөнән туҡтауһыҙ дрондар оса, күк йөҙөн күҙәтеүҙән тыш, аяҡ аҫтын да ҡарарға кәрәк. Дошман яҡшы ҡоралланған, беҙҙең егеттәрҙе һәләк итеү өсөн бер ни ҙә йәлләмәй. Ҡараңғы ямғырлы төндәрҙең береһендә үҙем дә дрондар уты аҫтында ҡалдым. Аяҡ-ҡулдар яраланһа ла, иҫән ҡалдым. Блиндажда бер егет миңә сисенергә ярҙам итте, яраларҙы эшкәртте, бәйләне. Унда һәр беребеҙҙең аптечкаһы бар. Аҙна буйы эвакуациялана алманыҡ, ашарға бөттө, ә һыуға төн еткәс яҡындағы йылғаға йөрөнөк.
Мөмкинлек тыуғас, яҡташыбыҙға яраларҙан хәлһеҙләнгән егеттәрҙең ҡоралдарын һәм әйберҙәрен алып, боҙло һыу кисергә тура килә, аяҡ бармаҡтарын туңдыра. Шулай ҙа иҫән-һау тылға илтеүсе машина эргәһенә килеп етәләр. ”Аҙаҡ бик ҡатмарлы дауа үтергә, алты госпиталдә булырға тура килде, аяҡ-ҡулдарҙағы күп ярсыҡтарҙы хирургтар алды, әммә тейергә ярамағандары тәндә йөрөй”, – ти “Немо”.
Әле яугир яраланыу буйынса ялда, бер нисә айҙан алғы һыҙыҡҡа әйләнеп ҡайтасағын белә. Аҡсалата түләүҙәргә ғаиләһе өсөн фатир алыуына бик шат. Уның элеккесә ҡыҙҙарын яратып үҫтергеһе, вахта ысулы менән Себергә эшкә йөрөгөһө килә. Тик ул хыялының бары еңеүҙән һуң ғына тормошҡа ашасағын яҡшы аңлай, бары ергә тыныслыҡ килгәс кенә тыныс күңел менән йәшәү мөмкин буласаҡ, ти ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.
Фәнис Аҡсурин фотоһы.