Барнаулдан «Спутник» һәм Әлшәй районынан «Змея» позывнойлы йәштәр махсус хәрби операция биләмәһендә таныша. Ғашиҡтар сәстәрен сәскә бәйләргә ҡарар итә һәм никахтарын Әлшәй районы ЗАГС-ында теркәй.
Яҡындары менән бергә мөһим ваҡиғаны билдәләү өсөн йәштәр ваҡытлыса ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан.
Йәш ғаиләне Әлшәй районы башлығы Наил Әбелғужин ҡотлаған, ә урындағы Никах йорто хеҙмәткәре Радий Хәбировтан ҡотлау открыткаһын тапшырған.
Яңы өйләнешкән йәштәрҙе беҙ ҙә ҡотлайбыҙ һәм тиҙерәк тыныс тормошта йәшәүҙәрен теләйбеҙ!
Сығанаҡ: телеграм