Ауырғазы районының Туҡай ауыл биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙары (М.Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре) махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтары өсөн хуш еҫле шифалы сәй әҙерләне. Һәр үлән Ауырғазы еренең экологик яҡтан таҙа урындарында уңған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдары менән йыйылған. Шифалы үлән сәйҙәре тәнде йылытыуҙан тыш, хәрбиҙәрҙең сәләмәтлеген нығытып, уларға көс-дәрт бирер, тип ышана ҡатын-ҡыҙҙар.
Ә үткән ялда яугирҙәр гуманитар ярҙам менән Шеверле ауылында йәшәүсе Людмила һәм Михаил Петровтарҙан ҡуйыртылған һөт алды. Һәр гуманитар ылау яугирҙәребеҙ өсөн ҡеүәтле ярҙам да, уларға ҡарата сикһеҙ хөрмәт һәм ышаныс билдәһе лә. Шулай уҡ дөйөм эшкә өлөш индереү өсөн яҡшы мөмкинлек.”Берҙәмлектә – көс!” – ҡоро һүҙ генә түгел, ә үҙебеҙҙең ҡулдар менән тыуҙырылған ысынбарлыҡ та.
Фото:”Аургазинский вестник” сайтынан.