Геройҙар дәүере
21 Апрель 2025, 18:00

Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар

 Көн һайын стационарҙа 30-40 яугир дауалана. Психотерапия ярҙамы бик мөһим, ти табиптар. 

Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыраларБында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар
Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар

"Һуғыш ветерандары госпиталендә ҙур йөрәкле һәм белемле табиптар эшләй", тип юғары баһа биргән социаль селтәрҙе ҡулланыусылар.

Башҡортостанда медицина ярҙамын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 60 меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары алды.  

Республикала яугирҙәрҙе реабилитациялауҙың өс кимәлдәге системаһы эшләнгән. Ул Республика һуғыш ветерандары госпитале, Республика психотерапия үҙәге һәм Республика табиплыҡ-физкультура диспансеры базаһында үткәрелә. Махсус хәрби операция башланғандан алып һуғыш ветерандары госпиталенә дүрт меңдән ашыу яугир һәм уларҙың ғаилә ағзалары мөрәжәғәт иткән. Көн һайын стационарҙа 30-40 яугир дауалана. Психотерапия ярҙамы бик мөһим, ти табиптар.

Республика психотерапия үҙәге  белгестәре  яҡындарын хәрби бурыстарын үтәгәндә юғалтҡан ғаиләләргә психологик һәм психотерапевтик ярҙам программаһын эшләне. Уны шулай уҡ яугирҙәрҙе психологик реабилитациялауҙа  ҡулланалар. Республиканың медицина учреждениеларында реабилитация үткән хәрбиҙәрҙең күпселеге хеҙмәттәрен дауам итеү өсөн йәнә хәрби хәрәкәттәр зонаһына әйләнеп ҡайта.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар
Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар
Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар
Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар
Бында яугирҙәрҙе аяҡҡа баҫтыралар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас