Геройҙар дәүере
21 Апрель 2025, 04:45

Яугирҙәр өсөн - ваҡытлы ғәмәл

Офицер Руслан Алсынбаев фекеренсә, «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ-үҙҙәрен үҫтереү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр бирәсәк.

Яугирҙәр өсөн - ваҡытлы ғәмәлЯугирҙәр өсөн - ваҡытлы ғәмәл
Яугирҙәр өсөн - ваҡытлы ғәмәл

Мәғлүм булыуынса,  республика Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән «Башҡортостан геройҙары» республика программаһы 2025 йылдың 24 февралендә старт алды, ә 31 мартта ғаризалар ҡабул итеү тамамланды.

Офицер Руслан Алсынбаев фекеренсә, «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға үҙ-үҙҙәрен үҫтереү йәһәтенән яңы мөмкинлектәр бирәсәк.

Сығышы менән ул Мәләүездән, алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткәнгә тиклем граждан авиацияһында мөһим бурыстар үтәгән. Летчик махсус хәрби операция  биләмәһендә уның тәүге көндәренән хеҙмәт итә, хәрби вертолет командиры урынбаҫары вазифаһында хәрби бурыстар үтәй. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн яҡташыбыҙ Нестеров миҙалы менән бүләкләнгән.

Руслан Алсынбаев «Башҡортостан геройҙары» программаһының ваҡытында тормошҡа ашырыла башлауына бик шат. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәҡдим иткән проект махсус операцияла ҡатнашыусылар өсөн яңы офоҡтар асасаҡ һәм уларға гражданлыҡ тормошонда ойоштороу тәжрибәһен ҡулланырға мөмкинлек бирәсәк, тип ышана ул.

Бөгөн летчик ҡыйыу рәүештә еңеү беҙҙең яҡта буласағын белдерә һәм хәрбиҙәр тиҙҙән өйҙәренә ҡайта башлаясаҡ, тип билдәләй. Руслан Алсынбаев, яугирҙар махсус хәрби операция барышында күп нәмәгә өйрәнде һәм иң мөһиме - йәмғиәттә яңы йүнәлештәрҙә файҙалы ҡуллана алған яңы ысулдарға өйрәнде,  ти. Уның һүҙҙәренсә, «Башҡортостан геройҙары» программаһы һалдаттарҙың һәм офицерҙарҙың артабанғы тормошонда мөһим трамплин буласаҡ.

Фото: Р. Алсынбаевтың шәхси архивынан.

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас