

24-25 апрелдә Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәре өсөн “Хирургия практикумы. Граждан хирургтар өсөн хәрби хирургия” конференцияһы бара. Сараны Стратегик башланғыстар агентлығы Башҡортостан Хөкүмәте һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ойоштора. Баш ҡалалағы Вуз-ара студенттар кампусында Волга буйы федераль округының хирургия өлкәһендәге белгестәре йыйылды. Сарала 250 тирәһе белгес – хирургтар, травматологтар, анестезиолог-реаниматологтар, оториноларингологтар, реконструктив һәм пластик хирургия буйынса белгестәр ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла махсус хәрби операция барышында яраланғандарҙы дауалау менән шөғөлләнә. Конференцияла ҡатнашыусылар яуҙа яраланған осраҡта беренсе ярҙам күрһәтеү, реабилитациялау һәм башҡалар тураһындағы көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алыша. Сара Рәсәй хирургтар йәмғиәтенең Н.Н. Бурденко исемендәге Төп хәрби клиник госпиталь һәм С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһы хеҙмәттәшлегендә, Стратегик башланғыстар агентлығы булышлығында үткәрелә.
- Бөгөн бында үткәрәсәк бер нисә көн мәғлүмәттәр менән уртаҡлашыу, оҫталығығыҙҙы арттырыу өсөн файҙалы буласаҡ. Төп йүнәлеш – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүсе хирургтарҙы, травматологтарҙы һәм башҡа белгестәрҙе уҡытыу буйынса һөйләшәсәкбеҙ. Был – беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлеш. Радий Фәрит улы һәр ваҡыт: “Ошо мәсьәләләр менән уянаһығыҙ ҙа, йоҡоға талаһығыҙ ҙа”, - тип әйтә. Беҙҙең компетенцияла – квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү. Комплекслы реабилитациялау яугирҙәребеҙҙең һаулығын тергеҙеүҙә төп роль уйнай, - тине конференцияны асҡанда республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин. – Комплекслы реабилитациялау йәһәтенән тәжрибәбеҙ менән уртаҡлаша алабыҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда бер нисә предприятие, белеүегеҙсә, сәнәғәт, етештереү ҙә яугирҙәребеҙҙең аяҡҡа баҫыуы өсөн медицина изделиеларын, приборҙарҙы етештереү йәһәтенән ошо тарафҡа йүнәлтелгән. Өҫтәүенә иң яҡшы практикаларҙы күрһәтә алабыҙ. Беҙ бында күргәҙмә ойошторҙоҡ. Унда һеҙ беҙҙә булған яңылыҡтарҙы күрә алаһығыҙ. Бында барлыҡҡа килгән бәйләнештәр ныҡ, файҙалы, реабилитациялау сараларын атҡарғанда һөҙөмтәле булыр, тип ышанабыҙ.
Белеүебеҙсә, яралыларға хирургия ярҙамын күрһәтеү һиҙелерлек үҙгәрештәр кисерә. Медицина эвакуациялауының төрлө этаптарында һаулыҡ һаҡлауҙың граждандар звеноһы хирургия белгестәре табиптарын йәлеп итеүгә ихтыяж барлыҡҡа килә. Был хәрби хирургия буйынса яңы белем, оҫталыҡ талап итә.
Стратегик башланғыстар агентлығының проекттар директоры Сергей Стрижневтың хәбәр итеүенсә, бөгөн Стратегик башланғыстар агентлығы иғтибарының махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева әйтеүенсә, республикабыҙ медицина йәһәтенән үҫешкән, шәп белгестәребеҙ, бына тигән вуз бар, шуға күрә уртаҡлашырлыҡ тәжрибә лә байтаҡ. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы, профессор сығышында хәрби шарттарҙа беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү үҙенсәлектәре тураһында һөйләне. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, медицина фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов махсус хәрби операция башланған тәүге көндәрҙән алып университет был тема буйынса эшләй башлауы, ковид осоронда уҡ вуздың республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә медицина бригадалары төҙөүе һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Конференция эше иртәгә лә дауам итәсәк.
Автор фотолары.