

Запорожье өлкәһендә оҙаҡ хеҙмәт иткәндән һуң Балаҡатай районының Иҫке Масҡары ауылы егете, “Батыр” позывнойлы яугир, ғаиләһен, туғандарын һөйөндөрөп, тыуған яғына ҡайтып төштө.
“Батыр” Дыуан күп профилле колледжда тракторсы-машинист һөнәрен алғандан һуң Рәсәй Ҡораллы Көстәренең “Росгвардия” ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Тыуған яғына ҡайтып, һигеҙ ай үтеүгә, 2022 йылдың 22 сентябрендә, уға повестка тотторалар һәм ай аҙағында мобилизациялайҙар. Фронтҡа китер алдынан егет һөйгәненә өйләнешергә тәҡдим яһай һәм улар никахтарын рәсмиләштерә. Йәштәрҙе һөйөндөрөп, 2023 йылда улдары донъяға килә.
Армияла һәм уҡыу үҙәгендә алған белем һәм күнекмәләр махсус хәрби операция зонаһында уға ныҡ ярҙам итә. 23 йәшлек яугир хәрби бурыстарҙы намыҫ менән башҡара. Ул Запорожье йүнәлешендә өсөнсө батальондың гранатомет взводында автоматик гранатомет станочник төҙәүсеһе булып хеҙмәт итә. Был ҡеүәтле ҡорал ут линияһында беҙҙең штурмовиктарға ҙур ярҙам күрһәткән. Яҡташыбыҙ мәргәнлеге, хәрби эште белеүе менән айырыла. Өҫтәүенә былтыр пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү курстарын тамамлай.
Уның менән бер часта тағы ике яҡташыбыҙ хеҙмәт итә. Балаҡатай районы вәкилдәре ул хеҙмәт иткән подразделениела булып, яугир менән осрашып, гуманитар ярҙам, УАЗ, “Хантер” һәм “Нива” автомобилдәрен тапшырҙы.
Фиҙакәр хеҙмәте, ҡыйыулығы һәм ныҡлығы өсөн яугир “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Һәләк булыусыларҙы ҡотҡарған өсөн”, Генерал Шайморатов миҙалдары менән наградланған һәм “Мох” һәм “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға” иҫтәлекле миҙалдары менән билдәләнгән. Ҡыҫҡа ваҡытлы ял тамамланыу менән “Батыр” йәнә алға һыҙыҡҡа, ҡоралдаштары янына йүнәләсәк. Яугиргә уңыштар юлдаш булһын!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.
Фото: “Новый Белокатай” гәзите сайтынан.