

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар “Башҡортостан геройҙары” республика кадрҙар программаһында әүҙем ҡатнаша. Был хаҡта бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында Радий Хәбиров белдерҙе. Республика “Башҡортостан геройҙары” программаһына ғаризалар тапшырыу һаны буйынса лидер булған. Унда ҡатнашыу өсөн 2026 ғариза килгән.
"Был һанда башҡа төбәктәрҙән дә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар күп. Тәү сиратта был „Башҡортостан геройҙары“ программаһына ышаныс тураһында һөйләй. Беҙ уны яңы ғына башлайбыҙ. Кешеләр программаға ышана, унда булырға, артабан үҫешергә теләй. Шуға күрә хәҙер ентекле һайлап алыу үткәреү мөһим. Әммә шуны аңларға кәрәк: улар — һуғыштың уртаһында йөрөгән кешеләр, һәм улар киләсәк төҙөргә әҙер. Был беҙҙең ҙур кадрҙар резервы. Уларҙың береһе лә юғалырға тейеш түгел. Кәрәк икән, ҡатнашыусылар һанын арттырасаҡбыҙ. Әле ошо ике мең кешенән 70 кешене һайлап аласаҡбыҙ. Ауыр эш көтөлә", – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе махсус операция хәрбиҙәренә “Башҡортостан геройҙары” программаһына ышаныстары һәм ошо кадрҙар программаһында ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙе.
Билдәле булыуынса, республикала “Башҡортостан геройҙары” программаһы быйыл февралдә старт алды. Уның маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булып тора.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.