

Илеш районының махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәре Рәсәй Президенты Указы менән юғары дәүләт наградаларына лайыҡ булды.
Район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин хәбәр итеүенсә, хәрби хеҙмәткәр Хәсәнов IVдәрәжә Георгий тәреһе, ә икенсе яугир – Ғарифуллин II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.
“Был наградалар һалдаттарҙың шәхси ҡаҙаныштарын хөрмәтләүҙән тыш, уларҙы тиҙерәк еңеүгә рухландыра. Һеҙҙең менән ғорурланам, егеттәр! Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм тиҙерәк өйгә әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем”, – тип яҙған етәксе үҙенең социаль селтәрҙәге битендә.
Батырҙарҙы юғары наградалар менән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафиндың телеграм-каналынан.