

Балтас районының Маты ауылы егете, “Хәбиб” позывнойлы яугир ялға ҡайтыу менән һөйгән йәренә өйләнешергә тәҡдим яһаны. Райондың ЗАГС бүлегендә үткән никахлашыу тантанаһына йәштәрҙең туғандары, дуҫтары йыйылды, тип яҙа “Балтач таңнары”.
Мөһим ваҡиға менән уларҙы район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев та ҡотланы.
– Ғаиләгеҙ бәхетле, оҙон ғүмерле булһын. Бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлағыҙ. Бергә үткәргән һәр минуттың, һәм сәғәттең ҡәҙерен белегеҙ, – тип күңеленән сыҡҡан иң яҡшы теләктәрҙе еткерҙе Илгиз Әхвәс улы.
“Хәбиб” әле ҡыҫҡа ваҡытлы ялда. Ул 2023 йылдың ноябрендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Мотоуҡсылар полкында пулеметсы булып хеҙмәт итә. Хәрби бурыстарын намыҫлы үтәгәне өсөн “Батырлыҡ өсөн”, “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатанашыусы” миҙалдары менән наградланған.
Фото: “Балтач таңнары” гәзите сайтынан.