“Нәҙер әйткәс, уны үтәргә кәрәк”
Беҙ алты бала тәрбиәләп үҫтергән Хәбибуллиндарҙың иркен яңы йортонда ултырабыҙ. Төпсөк улдары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Вилдан госпиталдә дауаланғандан һуң февралдә тыуған яғына ҡайта, әле реабилитация үтә. Хәсиәт һәм Рифғәт Хәбибуллиндар ғүмер буйына колхозда эшләп, ауыл тормошоноң еңел булмаған хеҙмәтен татып, тир түгеп йәшәгән кешеләр.
– Балаларыбыҙ ҙа хеҙмәттә сынығып, эш рәтен белеп үҫте, – ти Хәсиәт Кәрим ҡыҙы. – Үҙем ”Урал” ауыл хужалығы предприятиеһында малсы, оператор булып эшләнем. Балалар бер-бер артлы ҡул аҫтына инә торҙо. Хәҙер 20 ейән-ейәнсәребеҙ, һигеҙ бүлә-бүләсәребеҙ бар, – ти өләсәй, ҙур ғорурлыҡ менән.
Әсә айырыуса кинйә улы Вилдандың яҙмышы өсөн берсә борсолоп, берсә ҙур ғорурлыҡ кисереп, Ватанға тоғро хеҙмәт итеүе менән бергә ғаиләгә эскерһеҙ ярҙам итеүе өсөн дә рәхмәт белдерә. “Беҙ уның контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына китергә йыйынғанын да һуңлап ишеттек. Тотоп туҡтатырлыҡ та түгел ине, барыбер үҙенсә эшләйәсәген белдек, шуға күрә “китмә, улым, ут эсенә, ҡайғыға һалма беҙҙе” тип артыҡ өгөтләмәнек.
– Мин армияла артиллерист һөнәрен үҙләштерҙем. 2009-2010 йылдарҙа Тажикстанда хеҙмәт иттем. Хәрби тәжрибәм бар. Ни өсөн махсус хәрби операцияға атай-әсәйең менән кәңәшләшеп тә тормай үҙ теләгең менән юлландың тиһегеҙме? Уйланмағандан, тиктомалдан сығып китмәнем, киләсәк тормошобоҙҙо, ил, республика яҙмышын күҙ алдынан үткәрҙем, беҙҙең кеүек типһә тимер өҙөрлөк егеттәр ҙә ил именлеген һаҡламаһа, тағы кем Ватаныбыҙҙы яҡлар? Был һис тә яңғырауыҡлы һүҙҙәр түгел, ә ысынбарлыҡ. Таныштар араһынан да үҙ теләктәре менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа йүнәлгәндәр байтаҡ, мин уларҙың ҡыйыулығы менән һоҡландым, был тәүәккәл аҙымдары мине бик ҡыҙыҡтырҙы. Фронттан етдиләнеп ҡайтҡан, минең кеүек ябай ауыл малайҙары үҙҙәрен ысын илһөйәр, Ватан һаҡсыһы итеп тоя, ялға ҡайтҡандарында бар ауыл халҡы герой итеп ҡаршылай. Улар, һис һүҙһеҙ, бындай яҡшы, йылы мөнәсәбәткә лайыҡ! Шулай итеп, 2024 йылдың 30 июлендә Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм.
Донецкиҙа хәрби әҙерлек үткәс, алғы һыҙыҡҡа штурмовик-уҡсы вазифаһында барып эләктем. Һалдат инем, хәҙер – кесе сержант. Тәүҙә “Тайсон” позывнойы менән йөрөнөм, тик был исем бик популяр булғас, алыштырырға тура килде. Хәҙер “Магазин” позывнойын алдым. Хәрби состав төрлө – 18-19 йәштәгеләр ҙә, 60-тағылар ҙа бар. Яу яланы кемдең кемлеген тиҙ һынай, баһалай торған лакмус ҡағыҙылай. Элекке енәйәтселәр ҙә хәҙер һинең менән блиндажда урынды, аш-һыуҙы, ҡырыҫ тормош ауырлыҡтарын берҙәй бүлешә. Тәмәкең бөтһә, кем булыуыңа ҡарамаҫтан, шунда уҡ килтереп бирәләр. Нимәгә мохтажлыҡ кисерһәң дә, мотлаҡ ярҙам ҡулы һуҙасаҡтар. Ир-аттың ошондай теләктәшлеге, фекерҙәшлеге яу яланында беҙҙе көслө күстәй итә лә инде. Һыуға ҙур ҡытлыҡ булды, уны төрлө юлдар менән табырға тура килде.
Бер саҡ төркөмөбөҙ менән дошман дрондары уты аҫтында ҡалдыҡ. Улар күп, баш осонан себендәй осоп ҡына торалар. Аяғым ҡаты яраланды, ҡуҙғалырлыҡ түгелмен. Ә теге “ҡарсығалар” өҫтөмдән оса, уяу һағалайҙар. Бер кем дә ярҙамға килә алмай. Шулай тәүлек ярым күккә ҡарап, бер йотом һыуға зар булып, атай-әсәйемде, ағай-апайҙарымды иҫкә төшөрөп, уйланып, һыҙланып яттым. Ниңәлер нәҙер әйтеү башыма килде. “Их, иҫән-һау ҡайтырға яҙһа, мотлаҡ атай-әсәйемә ярҙам итер, ауылдаштарымды йыйып, барыһына рәхмәт әйтеп, хөрмәт күрһәтеп, ҡунаҡ итер инем”, тип бәхетле көндәрҙе күҙ алдыма килтерәм.
Ниһайәт, ярҙам килде. Баймаҡ һәм Күмертау райондары егеттәре, ниндәйҙер келәм табып, мине шуға һалып, асыҡлыҡтан һөйрәп алып сыҡты. Степановка ауылына еткәс, теге “ҡарсыға”лар тағы күренде, егеттәр өҫтөмә нимәлер ябып, үҙҙәре ситтә дошман күҙенән йәшеренде. Шулай ҙа яҡташтарым мине табиптар ҡулына тапшыра алды. Тәүҙә Ростов, аҙаҡ Санкт-Петербург ҡалаһындағы госпиталгә оҙаттылар, операциялар үткәрҙем. Ағайым эргәмә килеп, хәлемде белеште, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты яугир.
–Ҡоралдаштарыңдан, госпиталдә ятҡан дуҫ егеттәреңдән хәбәр бармы һуң?
– Шылтыратып торалар, бер туғанға әүерелеп бөттөк бит инде. Әле генә Ишембай, Күмертау егеттәре хәл белеште. Иҫән-һау булып, күрешергә яҙһын.
– Вилдан, нәҙер әйткәс, уны үтәргә кәрәк бит инде...
– Ысын күңелдән үтәргә тырышам, апай. Атай-әсәйемде һөйөндөрөп, ауылда яңы йорт һатып алып бирҙем. Яңы йыһаздар әле йыйылып та бөтмәгән.Тейешле техника алынды, атай-әсәйем олоғайған көндәрендә уңайлы шарттарҙа йәшәһен, тип теләйем. Мал-тыуарҙы ишәйттек, ҡолондары менән бергә туғыҙ йылҡы малыбыҙ, ике һыйырыбыҙ, башмаҡтарыбыҙ бар. Машина алып ҡыуандырҙым. Еңеү көнөн, ерҙә тыныслыҡ урынлашыуын барыбыҙ ҙа көтә. Яраларым уңалғас, алғы һыҙыҡтағы иптәштәрем янына йүнәләсәкмен, иҫән-һау була күрһендәр, тип теләйем, – ти егет. – Мораҙымдар ауылда “Ылаҡ” ат-спорт уйынын ойошторорға, унда ҡатнашырға ярата. Был мауыҡтырғыс уйын етеҙлек, сослоҡ һәм ныҡышмаллыҡты үҫтерергә, халыҡтарҙы берләштерергә ярҙам итә.
Был юлы Ураҙа байрамынан һуң ошо күңелле спорт ярыштарын ойоштороуҙы спонсор булараҡ ҙур теләк менән өҫтөмә алдым. Ярыштарҙа Әлшәй һәм Ауырғазы райондарының йыйылма командалары ҡатнашты. Уйын ваҡытында концерт ойошторолдо, мул табын әҙерләнем. Тирмә ҡорҙоҡ, еңеүселәргә кубок һәм приздар, аттарға йүгәндәр алдым. Ауырғазы командаһы 5:4 иҫәбе менән еңде. Нәҙеремде үтәнем, тип һөйөндөм.
Беҙ яугирҙең тиҙерәк һауығып, күңелендә йөрөткән уй-хыялдарын тормошҡа ашырыуын теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.
Федераль ярҙам сараларынан тыш, республика тарафынан да яугирҙәр һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн байтаҡ социаль ярҙам саралары булдырылған. Мәҫәлән, Вилдан һәм уның ата-әсәһе шифахана-курорт дауаһынан файҙалана алыр ине. Яугирҙәрҙең балалары мәктәпкәсә балалар учреждениеларында тәрбиәләнгән өсөн түләүҙән азат ителгән, улар унда сираттан тыш ҡабул ителә. Шулай уҡ улар белем биреү учреждениеларында оҙайтылған көн төркөмөнә сиратһыҙ ҡабул ителә һәм бушлай йөрөй ала. Түңәрәктәр ҙә түләүһеҙ.
Баланы яҡыныраҡ мәктәпкә күсереү мәсьәләһе лә мотлаҡ хәл ителергә тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 5-11-се кластарҙа уҡыған балалары мәктәптә ҡайнар аш менән бушлай туҡландырыла. Ғөмүмән, урта һөнәри белем алыу ойошмаларында уҡыусылар өсөн байтаҡ ярҙам саралары ҡаралған, туҡланыу, ятаҡ менән тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр менән дә белем биреү учреждениеһында танышырға мөмкин. Шулай уҡ яугир үҙе һәм уның ғаилә ағзалары өҫтөнлөклө рәүештә баҙарҙа һорау менән файҙаланған һөнәрҙәр буйынса белем биреү сертификаттарынан файҙалана ала. Дөйөм ҡала транспортында 1-11-се класс уҡыусылары һәм белем алыуҙың көндөҙгө формаһында урта һөнәри һәм юғары белем алыусылар (23 йәшкә тиклем) бушлай йөрөү хоҡуғына эйә. Баш ҡаланан федераль әһәмиәттәге М-5 ”Урал” автомобиль юлына сығыу ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн түләүһеҙ.
Яугирҙәр ғаиләләренә хужалыҡ-көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ шәхси йортҡа газ индереүгә 100 мең һумлыҡ сертификат алыуға ла хоҡуҡтары бар.
Ауырғазы районы.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.