

Учалы районы егете, бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Ҡолош” позывнойлы кесе лейтенант Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендәге Запорожье торағы эргәһендәге штурмда ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө күрһәтә.
Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновҡа командирҙан килгән хатта “Ҡолош” төркөмөнөң дошман уты аҫтында ҡалыуы тураһында әйтелә. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамай, башҡорт яугиренең бик тиҙ ҡыйыу хәл итеүе һөҙөмтәһендә штурмға барыусыларҙың хәрби рухы һынмай, киреһенсә, дошмандың позицияһын алыуға ирешәләр. Яугир үҙе шәхсән яуланған объекттарҙы тикшереп сыға. Был мәғлүмәт Рәсәй Оборона министрлығы сводкаһында ла яңғырағайны.
“Ҡолош” Жуков, “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән наградланған. Яҡташыбыҙға уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.
Фото: Учалы районы хакимиәте башлығы Руслан Ғиләжетдиновтың телеграм-каналынан.