Геройҙар дәүере
8 Май 2025, 20:40

Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды

Батырҙар даны мәңгелек. Был Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә лә, Ватан мәнфәғәттәрен яҡлаған  ҡораллы низағтарҙа ҡатнашыусыларға ла ҡағыла. Махсус хәрби операция башланыу менән ҡурҡыу белмәҫ яҡташтарыбыҙ ил һағына баҫты.

Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылдыОрдендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды

Улар бөгөн дә үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Көйөргәҙе районынан  47 яугир яуҙа башын һалған. Бөйөк Еңеүҙең  80 йыллығы көнө алдынан Көйөргәҙе районы  үҙәге Ермолаевкала махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған яугирҙәр иҫтәлегенә  хәтер стелаһы асыу уңайынан митинг үткәрелде.

Унда Көйөргәҙе районы хакимиәте етәкселеге, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы хәрби комиссары Максим Пержинсий, махсус хәрби операция ветерандары, яугирҙәр, уларҙың туғандары, район халҡы, предприятие етәкселәре ҡатнашты.  

Дәүләт именлеге өсөн барған яу шауҡымы, ут-ялҡыны күп ғаиләләргә ҡағылды. Шуға ла  һәр кемдең күңел кисереше күҙ йәше булып түгелде.

Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов сараны асып: “Был яу барыбер туҡтаясаҡ һәм беҙҙең илдең еңеүе менән тамамланасаҡ. Яуҙа һәләк булған яугирҙәр тураһында иҫтәлек беҙҙең йөрәктә мәңге һаҡланасаҡ”,  - тип белдерҙе. 

Махсус хәрби операцияла һәләк булғандар иҫтәлегенә стела асыу тантанаһында батырҙарса һәләк булған Рөстәм Абдуллиндың әсәһе Зөлфиә Нәҡип ҡыҙы Ғәлиеваға - улының, Илнур Тайыповтың апаһы Гөлназға ҡустыһының Ҡаһарманлыҡ ордены тапшырылды.

Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Ордендары әсәһенә һәм апайына тапшырылды
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас