Геройҙар дәүере
11 Май 2025, 05:00

Бөрйән егете үҙ көсөн һынай

Проекттың әңгәмә этабы 12 майға тиклем бара.

Бөрйән егете үҙ көсөн һынайБөрйән егете үҙ көсөн һынай
Бөрйән егете үҙ көсөн һынай

“Башҡортостан геройҙары” проекты – “Геройҙар дәүере” федераль тапшырыуының аналогы. Уның маҡсаты – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы хәбәр итеүенсә, уларҙың Байғаҙы ауылы егете, махсус хәрби операцияға доброволец булараҡ барып хеҙмәт итеп ҡайтҡан Нияз Мәхмүтов “Башҡортостан геройҙары” кадрҙар проектында ҡатнаша.

Яугирҙең тормошо – ҡыйыулыҡтың, илһөйәрлектең сағыу өлгөһө. “Ҡара” позывнойлы һалдат алғы сафта ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Яралана, әммә ихтыяр көсөн юғалтмай. Ҡаһарман яугир “Хәрби батырлыҡ өсөн”, “Хөрмәт. Дан. Бурыс”, “Ватан һаҡсыһы”, “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” миҙалдары менән наградлана, “Яугир-спортсы” тигән билдәһе лә бар.

МХО-нан демобилизацияланғас, Нияз Наил улы тыуған яғына ҡайта. Әле райондың 73-сө янғын һүндереү часында эшләй, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

Билдәле булыуынса, “Башҡортостан геройҙары” проекты быйыл 24 февралдә республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан иғлан ителде. Әле махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм МХО ветерандары менән әңгәмә этабы бара, ул 12 майға тиклем дауам итәсәк.

Шарттарға ярашлы, программала ҡатнашыусыларҙан иң яҡшы тип табылғандарға республика етәкселәре араһынан шәхси остаздар тәғәйенләнәсәк. Заманса идара итеү алымдары буйынса уҡыуҙар үткән МХО яугирҙәре Башҡортостандың етәкселек командаһында лайыҡлы урын аласаҡ. “Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, ойошма-предприятиеларҙа эшләү өсөн квалификациялы идарасылар әҙерләйбеҙ”, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото Бөрйән районының "Таң" гәзите төркөмөнән алынды.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас