Геройҙар дәүере
20 Май 2025, 06:00

Газ торбаһы аша дошман тылына...

"Был беҙҙең өсөн намыҫ эше булды”,  - ти “Ахмед”

Газ торбаһы аша дошман тылына...Газ торбаһы аша дошман тылына...
Газ торбаһы аша дошман тылына...

Моғайын, күптәр Курск эргәһендә донъяны шаулатҡан “Поток” операцияһы тураһында ишетеп беләлер. Газ торбаһы аша дошман тылына  үтеп ингән яугирҙәр араһында Мәсетле  районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы егете “Ахмед” позывнойлы һуғышсы ла бар ине.

37 йәшлек яугир махсус хәрби операция башланғас та үҙе өсөн мөһим ҡарар ҡабул итә – Ватан һағына баҫырға! Хәләл ефете тәүҙә ҡаршы төшөп ҡараһа ла, аҙаҡ уның ҡарары менән ризалаша.

 –Мин был аҙымды яһарға кәрәклекте аңлайым. Ирем Тыуған илде, беҙҙе, йортон һаҡлай. Тик был хәлгә күнегеүе ауыр. “Балаларыма яңынан националистар менән һуғышырға тура килмәһен өсөн мин махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тейешмен”,тигәс, мин дә күндем. Әлбиттә, бик борсолам, көн һайын унан хәбәр көтәм, телефон тәүлек әйләнәһенә эргәмдә, - ти “Ахмед”тың ҡатыны.

 Мәсетле егете 2023 йылдың ноябрь айынан “Ахмат” подразделениеһында хеҙмәт итә. Донецк Халыҡ Республикаһындағы Бахмут ҡалаһына ебәрелә. Контракт тамамланғас, өйҙә бер нисә ай ял иткәндән һуң  йәнә махсус хәрби операция зонаһына йүнәлә, был юлы Курск өлкәһенә. Элемтә подразделениеһы командир позывнойы  буйынса “ГруппаТимсо” исемен йөрөтә.

Март айында Рәсәй яугирҙәре ҡыйыу, ғәҙәти булмаған аҙымға бара, Суджалағы газ үткәреү торбаһы аша дошман төркөмдәре тылына үтеп инә. “Поток” операцияһы Рәсәй хәрби тарихында тәрән эҙ ҡалдырҙы.

“Беҙҙең подразделениеға элемтә ойоштороу бурысы ҡуйылды.  Торба аша 15 километрлыҡ юлды үтеү барышында яугирҙәр ауыр әйберҙәрҙән ҡотолоу өсөн юлда экипировка элементтарын, шлем, бронежилеттарын ҡалдырырға мәжбүр булды. Шул арҡала тығындар барлыҡҡа килде. Юлды таҙартырға кәрәк ине. Операцияның ҡатмарлығы кислород етешмәүенән, ағыулы матдәләр булыуынан,  дөм ҡараңғылыҡтан, хәрәкәтләнеүҙең ауырлығынан  да килә. Әммә беҙ хеҙмәттәштәрем менән бергә, билдәһеҙлеккә ҡарамай,  ҡыйыу рәүештә бурысты үтәргә ашыҡтыҡ һәм был беҙҙең өсөн намыҫ эше булды”, – ти “Ахмед”.

Яугирҙең олатаһы Лотфулла Вәли улы  Вәлиев ике һуғышта ҡатнашҡан. 1939-1940 йылғы рус-фин һуғышында кавалерист була, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Хәҙер “Ахмед” уның хәрби юлян дауам итә.

 Хеҙмәт итеү осоронда  яугир ике тапҡыр яралана, һауыҡҡандан һуң йәнә сафҡа баҫа. “Ахмед” “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн”, “Батырлыҡ өсөн”, “Курск өлкәһен яҡлаусы” миҙалдары, Чечен Республикаһының “Ахмат спецназ” ордены менән наградланған. Рәсәй Президенты Указы менән  II дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.

 

Фото: “Мечетлинская жизнь” гәзите сайтынан.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас