

Еңеү көнө алдынан “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалы ҡарамағындағылар һәм хеҙмәткәрҙәр 120 имән, миләш һәм декоратив ҡыуаҡ ултыртты. “МХО геройҙары хәтер аллея”һы, “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияға ярашлы, Красноусолдағы “Йәшлек” мәҙәниәт һәм ял паркында асылды.
Сарала һәм уны әҙерләүҙә “Ватан һаҡсылары” фонды филиалы социаль координаторҙары Рәмзиә Юлмөхәмәтова һәм Рәмзиә Хисаметдинова, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары ҡатнашты.
9 майҙа “Ярҙам эргәлә” МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәге алдындағы майҙансыҡта “Һалдат бутҡаһы” акцияһы үткәрелде.
Галина МОРОЗОВА.
Фото: “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалы.
Ғафури районы.