Геройҙар дәүере
20 Май 2025, 15:15

Сергей Цивилев менән Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең энергетика министры Сергей Цивилев менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Совет майҙанында Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.

Сергей Цивилев менән Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалдыСергей Цивилев менән Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды
Сергей Цивилев менән Радий Хәбиров Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды

Журналистар менән һәйләшкәндә Сергей Цивилев мемориаль комплекстың Ватан ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.

Республика етәксеһе башҡорт батальондарының Совет майҙанынан махсус хәрби операция зонаһына китеүе тураһында һөйләне.

“Беҙ яугирҙәребеҙҙе кесе Ватанына отпускыға автобустар менән алып киләбеҙ, улар сәскә һалыу өсөн ошо һәйкәл янында туҡтатыуҙы һорай”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас