Геройҙар дәүере
20 Май 2025, 10:00

Тере ҡалған – тимәк, еңгән!

Бөгөн Өфөләге “Китап” магазинында билдәле яҙыусы, драматург һәм журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мөнир Ҡунафиндың “МХО. Мин алыштан тере сыҡтым” (“СВО. Я вышел из боя живым”) китабының исем туйы үткәрелде.

Тере ҡалған – тимәк, еңгән!Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!

Бөгөн Өфөләге “Китап” магазинында билдәле яҙыусы, драматург һәм журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мөнир Ҡунафиндың “МХО. Мин алыштан тере сыҡтым” (“СВО. Я вышел из боя живым”) китабының исем туйы үткәрелде.

Сара Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, кисәне алып барыусы Рәмзил Сәлмәновтың “Шундай һөнәр бар – Ватанды һаҡлау!” спекакленән “Комбат монологы” тигән шиғырҙы уҡыуы менән башланып китте.

Артабан республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһенең беренсе урынбаҫары Елена Арямнова, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Вәдүт Исхаҡов, “Китап” дәүләт нәшриәте директоры Эльмира Хәйретдинова һәм башҡалар сығыш яһаны.  Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан “Боцман” менән “Томан”дың сығыштарын залда ултырыусылар алҡыштарға күмде.

– Ватанды һаҡлау, Бөйөк Еңеү рухы миндә бала саҡтан килә, – тине Мөнир Сәхиулла улы. – Олатайым – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ул һуғыш тураһында күп нәмәләр һөйләне. Үҙе, был ваҡиғаларҙан һуң 40 йылдан ашыу ваҡыт уҙһа ла, төшөндә һуғыш афаттәре менән һаташып һиҫкәнеп уяна торғайны. Тимәк, был дәһшәтле йылдар тураһындағы хәтирәләр уны ғүмер буы оҙатып йөрөгән. Мин афған һәм чечен һуғыштары ветерандары тураһында ла байтаҡ яҙҙым, хәҙер бына махсус хәрби операцияла булып ҡайтҡанда тыуған тәьҫораттар буйынса ла китап сығарырға яҙҙы.

Яҡташтарыбыҙҙың махсус хәрби операциялағы ҡаһарманлығын халыҡ хәтерендә мәңгелеккә ҡалдырыусы был әҫәр Өфөләге “Китап” магазинында һәм башҡа сауҙа нөктәләрендә, шулай уҡ Мәскәүҙә лә һатыла.

Был кисә тураһындағы тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.  

А.Нурмөхәмәтов фотолары.

Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Тере ҡалған – тимәк, еңгән!
Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас