Геройҙар дәүере
21 Май 2025, 04:00

Мәләүездәр бындай егеттәре менән ғорурлана ала!

Фидан – Батырлыҡ орденының тулы кавалеры, Мәскәүҙә Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашҡан.

Мәләүездәр бындай егеттәре менән ғорурлана ала!Мәләүездәр бындай егеттәре менән ғорурлана ала!
Мәләүездәр бындай егеттәре менән ғорурлана ала!

Мәләүез районы хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин социаль селтәрҙә яҡташы, “Бүре” позывнойлы яугир тураһында һөйләгән.

Фидан – Батырлыҡ орденының тулы кавалеры, Мәскәүҙә Бөйөк Еңеү парадында ҡатнашҡан.

Тәүге орденды дошман танкы менән көсөргәнешле бәрелештә еңеп сығыуы өсөн биргәндәр. Икенсе орден менән тораҡ пунктты ҡоралланған пикаптарҙағы утыҙлаған боевиктарҙың көслө һөжүменән яҡлағаны өсөн наградлағандар. Танктар экипажы менән бер сәғәт эсендә һөжүмде кире ҡағалар. Десантсылар төркөмөн дошман тылына төшөрөүҙе ойошторғаны һәм тәүлек эсендә фронттың шунда уҡ өс километрға алға күсеүен тәьмин иткәне өсөн өсөнсө орденға лайыҡ була.

Батыр тураһында ҡыҫҡаса ғына:

Ул – Мәләүез индустриаль колледж кадеты. Ҡазан танк училищеһын тамамлай. Бәләкәйҙән хәрби кеше булырға хыяллана. Хеҙмәтте взвод командиры булып башлай, аҙаҡ ротаға етәкселек итә. Махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк алғы һыҙыҡта. “Бүре” Еңеү парадында ҡатнашҡаны өсөн ҙур ғорурлыҡ кисерә, был ваҡиғаны ил патриотлығының мөһим символы тип иҫәпләй.

Хеҙмәтең өсөн рәхмәт, яугир! Беҙ һинең Еңеү менән ҡайтыуыңды көтәбеҙ!

Фото:”Путь Октября”гәзите сайты.

 

Мәләүездәр бындай егеттәре менән ғорурлана ала!
Мәләүездәр бындай егеттәре менән ғорурлана ала!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас