

Уға 45 йәш, армияла, олатаһы кеүек, зенит-артиллерия ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән, дүртенсе дәрәжә Георгий тәреһе менән наградланған.
2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана, өс ай Пенза ҡалаһында артиллерист специальносы буйынса әҙерлек үтә. Декабрь айында Донецк Халыҡ Республикаһына оҙаталар. Эш окоптар ҡаҙыуҙан, блиндаждар әҙерләүҙән башлана, тип яҙа “Выбор” гәзите.
– Беҙгә дошмандың нығытылған позицияларын, блиндаждарын, танктарын юҡ итеү өсөн координаттар бирәләр. Беҙҙең гаубицалар 1,5-2, алыҫ араға биш-ете километрға тиклем барып етә. Аҙаҡ беҙҙең эшебеҙгә баһа бирәләр: яҡшы, отлично. Тимәк, бурыс үтәлде тигән һүҙ. Бына миндә “Артиллерия – һуғыш аллаһы” тигән яҙыулы флаг эленеп тора. Артиллеристар күпме пехоталыларҙың ғүмерен һаҡлап алып ҡалғандыр – билдәһеҙ. Беҙҙе ҡайҙа ауыр, шунда ебәрәләр. Әсәйем яғынан олатайым минең менән ғорурланыр ине. Ул Кенигсбергка барып еткән, яраланған, контузия алған. Дошман снарядынан мин дә яраландым, ярсығы арҡаға килеп тейҙе, шулай ҙа позицияла ҡалдым, биш көн буйы сменала булдым. Ҡан аға, һыҙланыуҙы баҫыусы уколдар яһағас, Донецкиға алып сыҡтылар. Ырымбурҙа ярсыҡтарҙы алдылар. Икенсе тапҡыр ҡулым яраланды.
Блиндажда бөтә нәмә лә бар, хатта телевизор тора. Тормош матур ул, һәр яугирҙең иҫән-һау өйөнә ҡайтҡыһы, яҡын кешеләрен ҡосаҡлағыһы, йылы һүҙҙәр әйткеһе килә. Беҙҙең егеттәр батырлығы, ҡыйыулығы менән хайран ҡалдыра. Барыһы ла тиҙерәк еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға теләй, – ти “Колпак” позывнойлы яугир.
Фото: “Выбор” гәзите сайты.