

Пандемия осоронда барыһы ла быны тойҙо. Бөгөн, Рәсәй армияһы махсус хәрби операцияла азатлығыбыҙ һәм киләсәгебеҙ өсөн көрәшкәндә, Ватандың саҡырыуынан медицина хеҙмәткәрҙәре йәнә ситтә ҡалманы.
2022 йылдың 7 ноябрендә Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының хирургия бүлексәһе етәксеһе Ирек Сафин махсус хәрби операцияһы биләмәһенә Башҡортостан медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы составында юллана. Ул ваҡытта табип 29 декабргә тиклем эшләй: Луганскиҙағы хәрби госпиталдә медицина ярҙамына мохтаждарҙы дауалай.
Ә уға тиклем Ирек Фәрит улы Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында – алты, Ҡариҙелдә 11 йыл эшләй. Әммә Луганскиҙағы тәүге ике ай эш ваҡыты күңелендә айырым урын биләй: хәрби-ялан хирургияһы буйынса тәүге тәжрибә туплай ул. Медицина хеҙмәткәрҙәре иңенә төшкән эш иҫ китерлек була: ай ярым эсендә генә 600 тирәһе кешене дауалайҙар.
Ирек Сафин йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша: 10 йылдан ашыу Ҡариҙел үҙәк район дауаханаһының профсоюз ойошмаһына етәкселек итә. Ул хеҙмәттәштәренә төрлө һорауҙар, шулай уҡ хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса ярҙам итергә ынтыла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.
Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.
Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.
Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә Өфө ҡалаһы бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү күләмен 300 меңдән 400 мең һумға тиклем арттырҙы. Стәрлетамаҡтар ҙа контрактсыларға ошо сумманы түләйәсәк. Шулай итеп, эш хаҡын иҫәпкә алғанда, йыллыҡ түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.
Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.
Фотолар: Башҡортостан Медицина хеҙмәткәрҙәре профсоюзы.