

Мәсетле районы хакимиәтенең ултырыштар залында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугир менән осрашып, уға илһөйәрлеге, ныҡышмалылығы өсөн рәхмәт белдерҙеләр. Район хакимиәте етәксеһе Әнис Әсәҙуллин “Нәзир” позывнойлы яугиргә Рәхмәт хаты һәм район символы – ҡумыҙ тапшырҙы.
“Нәзир” тыумышы менән Ләмәҙтамаҡтан. Хәләл ефете менән ике бала тәрбиәләй. Ҡыҙы 7-се, улы 2-се класта уҡый. Махсус хәрби операция башланғанға тиклем Мәсетле юл-ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй. 2022 йылдың сентябрендә мобилизациялана. Яугир төрлө йөктәрҙе ташыу менән шөғөлләнә.
– Гуманитар ярҙам ваҡытында тулы күләмдә килә. Тыуған яҡтың сәләмен алыу һәр саҡ күңелле. Мәсетле районы хакимиәтенә һәм яҡташтарыма ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт. Беҙ еңеүҙең үҙебеҙҙең яҡта булыуына шикләнмәйбеҙ, – тине яугир.
“Нәзир”ҙең олатаһы Ғәфүр Хафиз улы Хафизов Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, Ленинград һуғышында дошман менән алышҡан һәм һәләк булған. Уның улы Мәғәфүр Ғәфүр улы ла Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, өлкән сержант. Һуғыштан Еңеү менән ҡайта.
– Минең ата-бабаларым фашизмға ҡаршы көрәшкән. Тыуған илгә ҡурҡыныс янағанда, мин дә ситтә ҡала алмайым. Беҙ тыныс тормошта йәшәргә теләйбеҙ, балаларыбыҙҙың бәхетле киләсәге өсөн көрәшергә тейешбеҙ, – ти батыр яугир.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем тәүге хеҙмәт йылында 4 520 000 һум аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.
Фото:шәхси архивтан.