Геройҙар дәүере
27 Май 2025, 16:20

"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"

Был айҙа архангелдәр 35-се гуманитар ылауҙы әҙерләп ебәрҙе.

"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт""Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"
"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"

Архангел районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә. Был айҙа улар 35-се гуманитар ылауҙы әҙерләп ебәрҙе.

МХО-лағы ете подразделениеға “Нива” автомобиле, дүрт мотоцикл, мунса мейесе, маскировкалау селтәрҙәре, ағас һәм төҙөлөш материалдары, машиналарға запас частар (рессорҙар, шиналар, руль колонкаһы, аккумуляторҙар, багажник, май һ.б.), иретеп йәбештереү аппараты, принтерҙар, ут һүндергестәр, респираторҙар һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып барылды. 428-се полк яугирҙәренә рация, генератор, повербанк кеүек мөһим техник ҡорамалдар бирелде.

Уҙған айҙарҙа ла райондаштар йыйған гуманитар ылау 428-се полк, Салауат Юлаев исемендәге батальон, “Кедр” айырым мотоуҡсылар батальоны, “Башҡортостан” полкы, 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы яугирҙәренә тапшырылды.

“Архангел районы халҡына, эшҡыуарыбыҙға Ватан һаҡсыларына әүҙем ярҙам иткәндәре, битараф булмауҙары өсөн рәхмәт белдерәм, – тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район хакимиәте етәксеһе Айрат Сәйетғәлин. – Шул иҫәптән өлкән йәштәге замандаштарыбыҙға. Мәҫәлән, “Йөрәктән – йөрәккә” тип аталған аралашыу үҙәгенә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар райондың Социаль фонды клиент хеҙмәте белгестәре менән бергә яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйҙы. Ылауға ялан шарттарында кәрәкле әйберҙәр – йылы ойоҡбаштар, оҙаҡ яна торған шырпылар, шәхси гигиена предметтары һ.б. инде. “Яугирҙәребеҙгә ҙур теләк менән ярҙам итәбеҙ. Еңеүгә ышанабыҙ”, – ти улар. Был ябай һүҙҙәр түгел, ә йөрәк һүҙҙәре. Барыбыҙ ҙа Еңеүгә ышанабыҙ, яугирҙәребеҙҙең имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Бының өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә әҙербеҙ”.

Фотолар Архангел районы хакимиәте сайтынан алынды.

"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"
"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"
"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"
"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"
"Архангел халҡына, эшҡыуарҙарыбыҙға рәхмәт"
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас