

Быйыл көҙ Мәскәүҙә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнап, «Рәхмәтле быуындың тере хәтере» һәйкәле асыласаҡ. Өс мөйөшлө һалдат хаты һәм ағас формаһындағы мемориал тотош илдән йыйылған тимер аҡсаларҙы иретеп ҡойоласаҡ. Башҡортостан иҡтисад-юридик колледжы студенты Даниэль Мансуров, акцияға ҡушылып, ике килограмға яҡын совет аҡсаһын тапшырған.
“Атай-әсәйемдең 250-нән ашыу совет аҡсаһы һаҡлағанын белә инем. Һәйкәл төҙөләсәге тураһында әйткәс, улар ҡаршы килмәне, миңә тәңкәләрҙе тапшырырға рөхсәт итте”, – ти “Халыҡ фронты” ағзаһы.
Тәңкәләрҙән һәйкәл ҡойоу идеяһы авторы – Белоруссияның билдәле йәмәғәт эшмәкәре һәм паралимпия уйындарында ҡатнашыусы Алексей Талай. Быға тиклем скульптура Минск һәм Брест ҡалаларында асылған. Мәскәүҙә ул Еңеү паркына ҡуйыласаҡ. Әле ойоштороусылар тотош илдән биш миллионға яҡын тәңкә йыйған.
– Әгәр һеҙҙә совет осорондағы йәки әйләнештән сыҡҡан тәңкәләр булһа, ошо адрес буйынса алып килә алаһығыҙ: Өфө ҡалаһы, Киров урамы 1-се йорт, 138-се кабинет. Беҙ уларҙы Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына асыласаҡ һәйкәлде ҡойоу өсөн Минск ҡалаһына ебәрәбеҙ,– ти
“Халыҡ фронты” йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостан буйынса координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.
Фото: Башҡортостан Халыҡ фронты.