Геройҙар дәүере
29 Май 2025, 18:00

Тәненән 27 ярсыҡ алалар...

Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә яугир яралана. Бөгөн ул - снайпер-разведчик.  

Тәненән 27 ярсыҡ алалар...Тәненән 27 ярсыҡ алалар...
Тәненән 27 ярсыҡ алалар...

Хәйбулла районына "Чапман" позывнойлы яугир  уҙған йылдың авгусынан МХО биләмәһендә хеҙмәт итә. Быға тиклем разведка төркөмө составында алыштарҙа дошманды уның окоптарында юҡ итә. Шулай уҡ яралы яугирҙәрҙе эвакуациялауҙа бер нисә тапҡыр ҡатнаша. Хәрби бурыстарҙы үтәгәндә яралана һәм тәненән 27 ярсыҡ алалар. Бөгөн снайпер-разведчик вазифаһында хәрби бурыстар үтәй.

"Чапман"ды өйөндә бәләкәй ҡыҙы һәм ата-әсәһе көтә. Яугирҙең атаһы - отставкалағы офицер. Ошо көндәрҙә яугир Жуков миҙалы менән бүләкләнә. Хәйбулланың батыр улын лайыҡлы награда алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ, уға уңыштар теләйбеҙ!

Сығанаҡ: "Хәйбулла хәбәрҙәре" 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас