

Бына улар – өс батыр: Кирилл Гусейнов, Матвей Радионов, Эдуард Зөлҡәрнәев! Салауат ҡалаһында йәшәгән уҡыусылар янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе янғын таралмаһын өсөн уны һүндерергә тотонған...
Балаларҙы яҡлау көнөндә сәғәт 14:30 тирәһендә Губкин урамындағы 9б йорт эргәһендә бер нисә урында ҡоро үлән, мамыҡ, ағас ботаҡтары дөрләп яна башлағанын күреп ҡалған Алена Саргаева яҡындан уҙып барыусы малайҙарҙың да ярҙамға килгәндәренә ҡыуана.
– Ут торлаҡ һәм урман яғына тиҙ арала тарала башланы. Ҡайҙалыр китеп барған малайҙар үҙҙәрен бик яуаплы тотто, шунда уҡ утты һүндерергә тотондо. Бик яуаплы, аҡыллы балалар булып сыҡты. Улар янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, батырҙарса ут менән көрәште, уның ҙур янғынға әүерелеүенә юл ҡуйманы. Улар – ысын герой! Ошондай шәп егеттәр тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Беҙҙә бына тигән быуын үҫеп килә!– тип шатланған Алена Саргаева.
Беҙ ҙә был һүҙҙәргә тулыһынса ҡушылабыҙ.
Алена Саргаева фотоһы.