Геройҙар дәүере
2 Июнь 2025, 10:45

"Еңеүҙә минең дә өлөшөм бар"

Радий Хәбиров Артем Баймөхәмәтовҡа Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы. 

"Еңеүҙә минең дә өлөшөм бар""Еңеүҙә минең дә өлөшөм бар"
"Еңеүҙә минең дә өлөшөм бар"

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Артем Баймөхәмәтовҡа Генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы.

Ул хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн юғары наградаға лайыҡ була.

Хәрби хеҙмәткәр, Тыуған илгә хеҙмәт итеү һәм ил мәнфәғәттәрен яҡлау уның өсөн ҙур хөрмәт, тип билдәләне.

– Ете ай элек илемә ярҙам итеү һәм уны еңеүгә яҡынайтыу өсөн үҙ теләгем менән хәрби хәрәкәттәр зонаһына барҙым. Бының ни тиклем ауыр икәнлеген үҙемдә тойҙом. Көн һайын – хәүеф һәм айырым батырлыҡ. Минең төп шатлығым – еңеүгә шәхсән өлөшөмдө индерә алыуым. Беҙҙең һалдаттар – ысын геройҙар. Уларҙың һәр береһендә яугир рухы бар, – тине Артем Баймөхәмәтов.

Хәрби тантанаға атаһы һәм әсәһе менән бергә килгән. Радий Хәбиров уларға ҡыйыу улдары өсөн рәхмәт әйтте.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас