Геройҙар дәүере
2 Июнь 2025, 07:30

Һәр награда – уның ҡыйыулығы һөҙөмтәһе

Яугирҙең һуғыш операцияларында ҡатнашыу тәжрибәһе тәүгеһе түгел: ул быға тиклем Чечняла хеҙмәт иткән.

Һәр награда – уның ҡыйыулығы һөҙөмтәһеҺәр награда – уның ҡыйыулығы һөҙөмтәһе
Һәр награда – уның ҡыйыулығы һөҙөмтәһе

Күптән түгел Баймаҡ районынан Ришат исемле яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Был хаҡта район хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов хәбәр итә.

“Махсус хәрби операция башланғандан алып ул хәрби вазифа бурысын үтәй. Был уның һуғыш операцияларында ҡатнашыу тәжрибәһе тәүгеһе түгел: ул быға тиклем Чечняла хеҙмәт иткән.

Хеҙмәт иткән осорҙа наградалар «Шайморатов генерал», «Кавказда хеҙмәт иткәне өсөн» һәм «Хәрби хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» миҙалдарын ала. Һәр награда – уның ҡыйыулығы һөҙөмтәһе.

Әңгәмә барышында ул үҙенең хеҙмәте, яуҙағы көндәлек тормошо тураһында һөйләне. Әле уларҙың бүлексәһенә профилле торбалар, генераторҙар, иретеп йәбештереү өсөн материалдар: электродтар, болгарка һәм битлек талап ителә.

Кәрәкле материалдар туплау, ярҙам ойоштороу буйынса мөмкин булған юлдарҙы тикшерҙек. Тиҙҙән гуманитар ылау ебәрергә уйлайбыҙ, шуға күрә телефондар менән алмашып, бәйләнештә ҡалырға һөйләштек.

Ришат һәм алғы һыҙыҡта торған барлыҡ һаҡсыларыбыҙ тиҙерәк Еңеү менән өйҙәренә ҡайтһын!”- тип яҙған Азамат Сәфәрғәле улы.

Фото һәм сығанаҡ: Азамат Иҙрисовтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә.

Өфөлә "Төньяҡ амурҙары" исеме аҫтында граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты эшләй башланы. Хәҙер РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә теләүселәргә белешмәләр йыйыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн төрлө адрестар буйынса йөрөргә кәрәкмәй: быларҙың барыһын да бер урында һәм тәүлек эсендә эшләргә мөмкин.

Пунктты Өфө, Элеватор урамы, 15-се йорт адресы буйынса урынлашҡан "Черемушки" һауыҡтырыу шифаханаһы базаһында астылар. Ул ҡалаға көньяҡтан ингән ерҙә, Тирмән комбинаты районында урынлашҡан. Үҙәккә Башҡортостандан да, башҡа төбәктәрҙән дә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләгән 18 - 65 йәшлек ир-егеттәр мөрәжәғәт итә ала. Уларҙың теркәлеү урыны иҫәпкә алынмай.Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, ғаиләгеҙ, белемегеҙ тураһында документтар, СНИЛС һәм ИНН алырға кәрәк.

Үҙәктә хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре, табиптар һәм банк вәкилдәре эшләй. Кандидаттарҙың мөмкин тиклем тиҙерәк медицина комиссияһын үтеү, анализдар тапшырыу, документтарын тәртипкә килтереү, кәрәк булғанда "Мир" банк картаһын алыу мөмкинлеге бар. Тап ошо картаға бер тапҡыр бирелә торған түләү һәм эш хаҡы киләсәк. Шулай уҡ бында төндө үткәреү өсөн номерҙар фонды, өс тапҡыр ашатыу хеҙмәте ҡаралған. Былар барыһы ла бушлай. Үҙәктән граждандар хәрби командалар составында шунда уҡ хеҙмәт урынына китә.

Эш хаҡын иҫәпкә алғанда, беренсе йылда түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 4 520 000 һум тәшкил итәсәк.

Башҡортостанда контракт хеҙмәте тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте башбат.рф сайтында йәки Ситуация үҙәгендә +7 (347) 218-19-19 телефоны буйынса алырға мөмкин. Шулай уҡ 122 йәки 8 800 550 5525 телефондарына шылтырата алаһығыҙ.

 

Автор:Карима Усманова
Читайте нас