

Алтай Республикаһынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәрҙән бер төркөм ғаиләләре менән Башҡортостандың “Йоматау” ҡымыҙ менән дауаланыу шифаханаһына килде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бындай килешеү Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 3-4 июндә Таулы Алтайға рәсми делегация менән эш сәфәре барышында ҡабул ителгән ине.
Даими авиарейстар сәфәрҙәрҙе даими итә. Йәй буйына Алтайҙан бер нисә тиҫтә ғаиләгә һауыҡтырыу ялы ойоштороласаҡ. Алтай Республикаһы Башлығы Андрей Турчак социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировҡа һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа хеҙмәттәшлек һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдергән.
Сығанаҡ, фото: Андрей Турчактың социаль селтәрҙәге сәхифәһе.