

“Башҡортостан геройҙары” махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡатнашыусылары өсөн белем биреү проектында ҡатнашыусылар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Уларҙың береһе – Зинера Слабожанко.
Зинера Наил ҡыҙы 22 йыл ғүмерен армия хеҙмәтендә бағышлаған – Чечен, Сүриә фронттарында һәм махсус хәрби операцияла һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарып, шәфҡәт туташы булып эшләгән. Был нескә ҡатын ут һыҙығынан тиҫтәләгән яралыны алып сыға, күп кенә яугирҙәргә иҫән ҡалырға ярҙам итә.
Кителен биҙәгән наградалар уның ҡыйыулыҡ һәм профессионализм тураһында һөйләй. Улар араһында – “МХО-ла ҡатнашыусы”, “Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы”, “Ҡырымды ҡайтарған өсөн”, I һәм II дәрәжә “Хәрби батырлыҡ өсөн”, Лука Крымский миҙалдары бар.
2023 йылда Зинера Слабожанко хәрби пенсияға сыға, әммә ял итергә йыйынмай. Тыуған республикаһына ҡайтҡас, ул шунда уҡ үҙенең белемен һәм тәжрибәһен ҡуллана. Хәҙер “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалында социаль координатор булып эшләй, ветерандарға, яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам итә.
Зинера Наил ҡыҙына һәм фронтта, тылда Еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткән бөтә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға рәхмәт.
Фото: Башҡорт батальоны.