

“Аварец” повызнойлы яҡташыбыҙ, рядовой Григорий махсус хәрби операцияла хәрби бурысын уңышлы үтәгән.
Григорий йөрөткән танк экипажы дошман кәртәләренән үтә. Яҡташыбыҙ танкты уңайлы ут позицияһына сығара. Был Рәсәй ғәскәрҙәренең штурм төркөмдәренә ярҙам күрһәтеү, дошман оборонаһын өҙөүҙе тәьмин итеү, хеҙмәттәштәренең ғүмерен һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирә.
Григорийға 38 йәш, сығышы менән Белорет районының Боғанаҡ ауылынан. Урындағы мәктәптә, артабан Белореттың 25-се һөнәрселек училищеһында белем ала. Ваҡытлы хеҙмәтте Дағстанда үтә. Һуңынан контракт буйынса Кавказда хеҙмәтен дауам итә. “Хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы” миҙалы менән бүләкләнгән.
Григорий - ышаныслы дуҫ һәм ысын ир, ғәҙел һәм тыйнаҡ. Эшһөйәр, йортон төҙөп бөтөргә хыяллана. Ауылдаштары араһында ихтирам һәм абруй ҡаҙанған.
2024 йылда Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға китә. Танк ғәскәрҙәрендә водитель-механик булып хеҙмәт итә.
Бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм тиҙ арала еңеү менән ҡайтыуҙарын теләбеҙ.
Фото: Азат Хәкимовтың Телеграмдағы сәхифәһенән алынды.