

Салауат Кәримов – Стәрлетамаҡ ҡалаһында Өфө нефть техник университетының химия технологиялары һәм инжиниринг институты студенты. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, уның ойоштороу оҫталығы, ҡыйыулығы, яуаплылығы һоҡландыра, эргәбеҙҙә шундай булдыҡлы егеттәр булыуы ҡыуандыра.
Ул махсус хәрби операция зонаһындағы 239-сы мотоуҡсылар полкының 3-сө батальоны яугирҙәре өсөн гуманитар йөк туплауҙы һәм илтеп биреүҙе ойоштора. Ни өсөн был полкты һайлауҙарының сәбәбе осраҡлы түгел, бында күберәк Башҡортостан егеттәре хеҙмәт итә, араларында Салауаттың туғандары ла бар.
Гуманитар йөккә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, илле комплект кейем һәм көндәлек кәрәк-яраҡтарҙан тыш, электроника, төрлө эш ҡоралдары ла инде. Бөтә был әйберҙәрҙе Кәримовтар ғаиләһе үҙ средстволары иҫәбенә һатып алды.
Салауат Донецкиҙағы тәғәйенләнгән урынға ағаһы, “Аврора” таланттарҙы үҫтереү үҙәге директоры Ренат Кәримов менән бергә йөктө илтеп тапшырҙы. Стәрлетамаҡтан махсус хәрби операция зонаһына шәхси автомобилдә барып етеү өсөн 30 сәғәт ваҡыт кәрәк булған. Ян-яҡта хәрби техника хәрәкәтләнеп, һауала дрондар һәм самолеттар осһа ла, шартлау тауыштары ишетелһә лә, тейешле урынға бәлә-ҡазаһыҙ барып етәләр.
– Үҙебеҙҙең яугирҙәргә ярҙам итәһе, күңелдәрен күтәрәһе килде. Машинаны тикшергәндән һуң штабҡа үткәрҙеләр, посылкаларҙы ҡабул иттеләр. Беҙҙе бик йылы ҡабул итеп, сәй эсерҙеләр. Бик ҡыҫҡа, ихлас осрашыу булды, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Салауат.
Егеттәр ҡайтҡанда ҡырҡ сәғәт юлда була. Луганск Халыҡ Республикаһындағы Красный Луч ҡалаһы менән танышалар. Шунан алыҫ түгел, яҡындағы ауылдарҙың береһендә Рәсәй Геройы, яҡташыбыҙ генерал Шайморатов ерләнгән.
– Бөйөк Ватан һуғышында данлыҡлы генерал командованиеһы аҫтында дошманға ҡаршы көрәшкән легендар кавалерия дивизияһы үткән ерҙә булыу минең өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо уята. Геройҙар иҫтәлеге алдында башымды эйәм һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәрҙең еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйем, - ти Салауат.
Фото: шәхси архивтан.