Геройҙар дәүере
16 Июнь 2025, 17:30

Һәләк булған яугирҙең кеҫәһенән хат табыла

Уны кем яҙған?

Һәләк булған яугирҙең кеҫәһенән хат табылаҺәләк булған яугирҙең кеҫәһенән хат табыла
Һәләк булған яугирҙең кеҫәһенән хат табыла

Баймаҡ районының Басай ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Рөстәм Раил улы Муллағәләмов менән бәхилләшкәндә яугирҙең кеҫәһенән үҙе һаҡлап ҡына йөрөткән уҡыусы хаты табыла.

Был хатты ошо райондың Билал урта мәктәбендә 7-се класта уҡыған Күгиҙел ҡыҙы Айзилә Сирусина яҙған булған.

Күңел йылыһы һалынған хаттар яу ҡырындағы ағайҙарға тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып барып етеп, йөрәктәренә дәрт-дарман, рухи көс өҫтәгәненә тағы ла инандыҡ.

Мәңгелек йоҡоларың тыныс, ҡараңғы гүрҙәрҙең яҡты, йәнең йәннәттә булһын, яҡташ батыр яугиребеҙ. Ата-әсәһенә, балаларына, туғандарына сабырлыҡ, түҙемлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ.

Сығанаҡ: "Күгиҙел ауыл китапханаһы" төркөмө.

Һәләк булған яугирҙең кеҫәһенән хат табыла
Һәләк булған яугирҙең кеҫәһенән хат табыла
Автор:Карима Усманова
Читайте нас