Геройҙар дәүере
16 Июнь 2025, 18:00

"МХО биләмәһендә медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк"

Яҡташыбыҙ Ҡырым Лукаһы миҙалы менән наградланды.

"МХО биләмәһендә медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк""МХО биләмәһендә медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк"
"МХО биләмәһендә медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк"

Аҡ халатлылар махсус хәрби операция биләмәһендә яугирҙәрҙең сәләмәтлеге, ғүмере өсөн көрәшә. Республика клиник инфекция дауаханаһының шәфҡәт туташы Юнира Большова ла МХО-ға командировкаға йыш йөрөй. "Унда медицина хеҙмәткәрҙәре ныҡ кәрәк", - ти ул.

Яҡташыбыҙ бер нисә тапҡыр Луганск Халыҡ Республикаһына барып, хеҙмәттәштәре менән урындағы халыҡҡа, үҙебеҙҙең хәрбиҙәргә медицина ярҙамы күрһәтте. Юғары һөнәри оҫталығы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм Луганскиҙа йәшәгәндәргә сифатлы медицина ярҙамы күрһәткәне өсөн Юнира Сәлих ҡыҙы Ҡырым Лукаһы миҙалы менән наградланды.

Ғафури районында күп балалы ғаиләлә иң өлкәне булған Юнира ҡустыларына, һеңлеләренә, яҡындарына ла ныҡлы таяныс. Әйткәндәй, уның улы ла медицина юлын һайлаған.

Фото: "Башинформ".

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас