

Ҡазанда ойошторолған ун көнлөк «Бастион» уҡыу-ғәмәли курстары бөтә илдән, шул иҫәптән Рәсәйҙең яңы төбәктәренән ҡатнашыусыларҙы йыйҙы. Ул Рәсәй Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы һәм Мәскәү Журналистар союзы булышлығында ойошторолдо. Экстремаль шарттарҙа эшләүгә әҙерлекте «Молодежная газета»ның баш мөхәррире Алһыу Мулләхмәтова ла үтте. Шулай уҡ Башҡортостандан журналистар Азат Саҙриев (БЮТ), Ильяс Батыргәрәев (БЮТ), Мария Николаева («Уфимские ведомости»), Әлиә Ғилуанова («Аскинская новь» гәзите) ҡатнашты.
Командировка барышында Жуков орденлы Ҡазан Юғары танк команда училищеһы беҙҙең уртаҡ йортобоҙғка әйләнде. Беренсе көндә үк беҙҙе барыһы ла етди буласаҡ, әҙерлеге булмағандар шунда уҡ баш тарта ала, тип иҫкәрттеләр. Ысынлап та шулай булды. Ауырлыҡ көндән-көн арта барҙы. Ойоштороусылар мөмкин тиклем реалистик шарттар булдырҙы. Беҙҙең менән Рәсәй Оборона министрлығынан, Милли террорға ҡаршы комитеттан, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенән, Рәсәй Эске эштәр министрлығынан, Рәсәй Гвардияһынан, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан һәм Рәсәй сит ил эштәре министрлығынан билдәле хәрби хәбәрселәр һәм иң яҡшы инструкторҙар эшләне. Уларға КВТКУ офицерҙары һәм курсанттары ярҙам итте.
«Бастион»дың 26-сы ағымында ҡатнашыусылар араһында журналистар һәм блогерҙар, шулай уҡ Мелитополь, Донецк, Курск һәм Брянск ҡалаларынан йәш егеттәр булды. Улар ҙа беҙҙең менән баһалап бөткөһөҙ кәрәкле мәғлүмәт бүлеште.
Практика бик күп булды: беҙҙе пилотһыҙ осоу аппараттарынан һәм утҡа тотоуҙан йәшеренергә, БПЛА-ларҙы тауыш буйынса танырға өйрәттеләр, бронежилеттар һәм шлемдар, РХБЗ костюмдарын кейҙек, аттыҡ, танктар аҫтында ятып ҡалдыҡ, ҡараңғыла “яралы” иптәшебеҙ янына шыуыштыҡ. Теләһә ҡайһы ваҡытта эргәлә граната «шартлауы» ихтимал.
Беҙгә, бастионсыларға, уңыш йылмайҙы: беҙ иң яҡшыларҙан өйрәндек һәм көн дауамында уларға һорауҙар бирә алдыҡ. Көн һайын беҙҙең менән хәрби комиссар һәм хәрби хәрәкәттәр ветераны Евгений Линин булды, ул беҙҙе һиҙгер һәм тыныс ҡына өйрәтте. Беҙгә хәрби комиссар Александр Сладков та килде, уға ла һорауҙар бирҙек.
Һөҙөмтәлә бер ҙур журналист ғаиләһе булып берләштек. Барыһы ла зачетты уңышлы тапшырҙы һәм сертификаттар алды. Ойоштороусыларҙың төп теләге – беҙ ошонда һынап ҡараған хәлдәр менән ысынбарлыҡта осрашмау.
Башҡортостан юлдаш телеканалы хәбәрсеһе, хәрби хәбәрсе Азат Саҙрыев «Бастион»да алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Ҡулға алыуҙар, төнгө хәүеф, аяҡ аҫтында гранаталар “шартлауы”, яралыларҙы эвакуациялау, үҙеңә һәм иптәшеңә беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү – былар барыһы ла ысынбарлыҡҡа яҡын шарттарҙа булды, ойоштороусылар тырышты. Ауыр булды, әммә беҙ бер-беребеҙгә ысын иптәштәр кеүек ярҙам иттек. Бөтә өмөттәрем аҡланды. «Бастион»дың 26-сы ағымын тамамлаусылар хәҙер һәр журналист тормошонда булыуы ихтимал экстремаль ситуацияларҙа эшләүгә яҡшыраҡ әҙер, тип ышанам, – тип уртаҡлашты Азат Сәҙриев.
Авторы: Алһыу Мулләхмәтова.