

Рәсәй көнө алдынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостандың халыҡ артисы Радик ДИНӘХМӘТОВ менән Тыуған ил, илһөйәрлек, бурыс һәм намыҫ тураһында һөйләшкәйнек. Һәр ваҡыттағыса ул беҙҙең һорауҙарға яуап бирҙе.
– Элек Рәсәй көнө, Республика көнө календарҙа килеп еткәндә: “Байрам, бик һәйбәт, ял көнө”, – тип кенә уйлап ҡуя инем. Ә хәҙер, ике йыл махсус хәрби операцияла ҡатнашҡас, был хистәр, уй-фекерҙәр үҙгәрҙе. Ошо үҙгәреш һәр бер яугирҙә, батыр егеттә барҙыр, тип уйлайым. Яугирҙәрҙең күптәре бынан үҙгәреп ҡайтасаҡ. Шуға күрә лә элек уларҙа был байрамдарға ҡарата бер тойғо булһа, ә хәҙер бөтөнләй икенсе ҡараш.
Шуны ла әйтергә кәрәк, махсус хәрби операцияла беренсе тапҡыр асыҡтан-асыҡ башҡорт телендә һөйләшә башланым. Элек бер-ике генә һүҙ әйтә торғайным, үҙемдең дуҫым Илдар Ғүмәров менән һөйләшкәндә. Эйе, йырҙарҙы башҡортса йырлай инем, әммә көндәлек йәшәйештә башҡортса һөйләшеү бер булһа, ә йырлау – бөтөнләй икенсе.
Хәҙер Рәсәй өсөн ғорурлыҡ хистәре икеләтә-өсләтә артты. Рәсәй көнө тигәндә, беренсенән, бында беҙҙең өсөн көн дә Рәсәй көнө, сөнки Башҡортостан полкында Башҡортостан егеттәре, башҡорт-татар егеттәре генә түгел, ә төрлө милләттән меңәрләгән егет бында тупланған. Икенсенән, улар географик киңлектә Бөтә Рәсәйҙе сағылдыра. Көн дә улар менән бергә иңгә-иң терәшеп йәшәйбеҙ. Яраланған егеттәрҙе көн дә госпиталгә алып киләбеҙ, уларға медицина хеҙмәткәрҙәребеҙ ярҙам күрһәтә. Мин үҙемдең яҡтан, санитар-водитель булараҡ, ҡайҙа бойороҡ була, шундағы госпиталгә алып барам, һалдаттарыбыҙ дауалана, реабилитация үтә.
Ошо егеттәр ике йылда ныҡ яҡынға әйләнде. Бөтә Рәсәй бында, бергә. Шуға күрә лә Рәсәй көнө байрамы хәҙер минең өсөн календарь байрамы ғына түгел, ә күңелемдә ниндәйҙер бер урын алып тора. Рәсәй көнө тигәс, бөтә ошо егеттәр иҫкә төшә – Иркутскиҙан, Пермдән, Екатеринбургтан, Мәскәүҙән, Питерҙан булһынмы, бүрәттәр, яҡуттар һәм башҡалар. Илебеҙҙең төрлө төбәктәренән егеттәребеҙҙең бында булыуы Рәсәйҙең бөйөклөгөн күрһәтә. Ошо алғы һыҙыҡта алышҡан егеттәребеҙ – бына улар ысын герой. Улар ҡулдарына ҡорал тотоп, дошманға ҡаршы сыға. Был яугирҙәр менән ғүмеремдең һуңғы минуттарына тиклем ғорурланасаҡмын. Иҫ киткес егеттәр!
Махсус хәрби операцияға тиклем Рәсәй ир-егеттәренә баһа бирә алмаҫ та инем, “ир кеше – ир инде” тип кенә әйтер инем. Ә хәҙер уларҙың һәр береһе өсөн ғорурланам, уларҙың һәр береһенә юғары кимәлдә иғтибар булырға тейеш, тип иҫәпләйем.
Шуға күрә лә, тағы ла берҙе әйтәм, Рәсәй көнө бында көн дә дауам итә. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, Тыуған еребеҙҙе һаҡлап, уға тағы ла яңы өмөттәр бағып, еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ. Быға бер кем дә шикләнмәй. Тиҙ арала еңеп ҡайтырға яҙһын. Тиҙ арала тигән һүҙ ашыҡ-бошоҡ булырға тейеш тигәнде аңлатмай, ә бурыстарҙы аҙағына тиклем үтәп ҡайтырға, тигән мәғәнәлә әйтәбеҙ. Махсус хәрби операцияла 60 йәшемде ҡаршыланым, ә кәрәк булһа, 65 йәшемә, һуңғы һулышыма тиклем бында ҡалырға, Ватан өсөн көрәшергә әҙермен.
Әхмәт Дәүләтов исемен йөрөткән медицина ротаһы егеттәре, табиптары, фельдшерҙары, санитарҙары, шулай уҡ госпиталдә ятҡан 31-се Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙәре исеменән Башҡортостан халҡын Рәсәй көнө менән ҡотлайбыҙ. Беҙ Рәсәй менән бергә! Бергә еңәсәкбеҙ! Рәсәй алға, Башҡортостан алға! Ҡәҙерле дуҫтар, байрам менән! Еңеү беҙҙә буласаҡ, амин! - тине Радик Динәхмәтов.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.