Геройҙар дәүере
23 Июнь 2025, 14:45

“Ҡартатайым ғорурланыр ине”

"Бер-беребеҙгә ҡапҡан түгел, ә ҡалҡан булайыҡ", ти Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугире. Ул былтыр мәрхүмә булып ҡалған әсәһе, үҙенең тормош, яу юлы тураһында һөйләне, уй-кисерештәре менән уртаҡлашты.

“Ҡартатайым ғорурланыр ине”“Ҡартатайым ғорурланыр ине”
“Ҡартатайым ғорурланыр ине”

Беренсе курстан уҡ киң мәғлүмәт сараларында эш башлаған хеҙмәттәшебеҙ, әле иһә республикабыҙҙа булдырылған Салауат Юлаев исемендәге доброволецтар батальонының “Ҡытай” позывнойлы яугире ҡыҫҡа ваҡытлы ялы мәлендә Матбуғат йортона инеп сыҡты. Отпусктың һәр көнөн файҙалы итеп, күңеленә ятҡан эш-ғәмәлдәргә бағышлап үткәрергә тырышҡан егет “Китап байрамы” халыҡ-ара китап йәрминкәһендә ҡатнашҡан, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында хеҙмәттәштәре менән осрашҡан, тыуған яғы Учалыға һағынып, ашҡынып ҡайтып, ғәзиз атаһы, туғандары менән йылы күрешеүҙәрҙән күңеленә көс, дәрт-дарман алған, дөрөҫ, хаҡ юлда булыуына йәнә бер ҡат инанған.

Әсәйем илап ҡалғайны...

– Матбуғат йорто минең өсөн яҡын, шул уҡ ваҡытта күңелде һағышлы хәтирәләр менән әрнетеп, өтөп алған урын. Әле лә ныҡ тулҡынланып, ауыр уйҙар сорнауында килдем. Мин бит нәҡ ошо ерҙә, Матбуғат йорто янында, ғәзиз әсәйем менән мәңгелеккә хушлаштым, – тип һөйләшеүҙе ғазаплы күңел кисерештәренән башланы яугир. – 2023 йылда махсус хәрби операцияға киттем. Киләһе йылында, август айында, отпуск ялынан һуң кире МХО биләмәһенә йыйынғанмын. Матбуғат йорто эргәһендә яҡындарым менән хушлашам. Ҡабаланам. Әсәйем илай... “Нимәгә ныҡ бөтөрөнәһең? – тим. – Ваҡыт тиҙ үтә ләһә. Һағынып та өлгөрмәҫһең, ҡайтып та инермен әле”. Ә әсәйем һүҙһеҙ генә һаман илай... Өс ай тирәһе ваҡыттан һуң, 7 декабрҙә, баҡыйлыҡҡа китеп барҙы ул...

Ҡәҙерле әсәйем Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, үҙ эшен, ошо тармаҡты ныҡ яратҡан, уның бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янып йәшәгән кеше булды. Тормошто һөйҙө. Тырышлыҡты күрә белде. Республиканың хәҙерге Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығында оҙаҡ йылдар бүлек етәксеһе булараҡ, төбәктәге журналистарҙы исемләп белә, уңған, һәләтле, эшһөйәрҙәрҙе хөрмәт итә, яҡшы һүҙҙәре менән үҫешкә ынтылдыра торғайны. Ихлас күңелле, ярҙамсыл ине әсәйем. Уның үҙ эшенә оло һөйөүе, ташып торған энергияһы мине лә ошо тармаҡҡа алып килгәндер. Мәңге рәхмәтлемен ҡәҙерле әсәйемә. Һағынам...

“Үкенмәйем”

– Мин Өфөлә, атай-әсәйем студент саҡта тыуғанмын, – тип һүҙен дауам итте яугир. – Атайым – Учалы, әсәйем Ишембай районынан. Улар юғары уҡыу йортон тамамлағас, Учалыға күскәнбеҙ. Шунда балалар баҡсаһына йөрөнөм, мәктәпте тамамланым. Атай-әсәйем минең төрлө яҡлап үҫешем, камиллашыуым өсөн барыһын да эшләне, бөтә шарттарҙы тыуҙырҙы – ҙур рәхмәт уларға. Учалының хоккей мәктәбендә шөғөлләнеүем ихтыяр көсө, ныҡышмаллыҡ, алға ынтылыш тәрбиәләүҙә айырыуса мөһим булғандыр. Әйткәндәй, Башҡорт дәүләт университетына ингәс тә спорттан айырылманым. Бокс менән ныҡлап шөғөлләндем. Ғөмүмән, физик яҡтан әҙерлекле булыу тормошта ныҡ кәрәк. Айырыуса ир-егеткә. Махсус хәрби операция биләмәһендә лә спорт аша һалынған ныҡлыҡ, сыҙамлыҡ бирештермәй, һынауҙарҙан һындырмай.

Башҡорт дәүләт университетында беренсе курсты тамамлағас, 18 йәшемдә республика телевидениеһына эш һорап барҙым. Алдылар. Һөҙөмтәлә унда 2003 – 2010 йылдарҙа “йөҙөп йөрөп”, ҙур теләк һәм дәрт менән эшләнем. Артабан иһә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенә күстем. Әле лә ундағы эш урыным һаҡлана. БДУ-нан тыш, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында белем алдым.

Ни өсөн махсус хәрби операция биләмәһенә киттемме? Ғәҙеллек, тигеҙлек булдырыу өсөн барған көрәштән ситтә ҡала алмағанлыҡтан. Ҡаһарман ир-егеттәребеҙ менән бергә булыу, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреү теләгенән. Донъяны яҡтыраҡ итеү күреү ниәтенән. Атай-әсәйем миндә бәләкәйҙән ошондай сифаттар тәрбиәләгән. Ҡартатайым Миңлеғәле Әхмәтйәновтың яҡты рухына тоғролоҡ тойғоһо айырыуса тынғылыҡ бирмәне. Ул, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире, 1942 йылда фронтта һәләк булған. Ҡартатайым үткән юлдарға аяҡ баҫҡас, ҙур тулҡынланыу кисерҙем. Ул, һис шикһеҙ, минең менән ғорурланыр ине, тип уйлайым. Һайлаған юлым өсөн үкенмәйем.

“Илһөйәр” ҡушымтаһы өсөн рәхмәт!

Башҡорт батальоны яугире әйтеүенсә, махсус хәрби операция биләмәһе – хәрби туғанлыҡ мәктәбе. Бер-берең өсөн яуаплылыҡ тойоу, үҙеңә хәүеф янағанда ла иптәштәреңә ярҙамға ынтылыу берҙәм ғаиләгә әүерелдерә, бәғзеләрҙе бығаса булған кире һыҙаттарынан, битарафлыҡтан, тәкәбберлектән арындыра.

– Хәрби туғанлыҡ менән көслөбөҙ ҙә, – ти яугир. – Йәнә беҙгә тыуған республикабыҙҙың бар яҡлап булышлығы көс өҫтәй. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү системаһы шундай итеп булдырылған – беҙ яҡындарыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күрелеүен белеп, уларҙың именлеге өсөн ныҡлы ышаныс тойоп, тик хәрби бурыстарыбыҙҙы алға ҡуябыҙ. Матди-техник яҡтан булышлыҡтың әһәмиәте лә баһалап бөткөһөҙ. Илебеҙҙең ҡайһы бер бүтән төбәктәренән килгән яугирҙәр беҙгә хатта көнләшеп ҡарай, даими хәстәрлеккә хайран ҡала. Ошолай бар яҡлап мохтажлыҡтарыбыҙҙы үҙ иңенә алған төбәгебеҙ етәкселегенә, миһырбанлы яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт!

Республикабыҙҙың төп милли баҫмаһы булған “Башҡортостан” гәзитендә “Илһөйәр” ҡушымтаһының икенсе йыл инде аҙна һайын сыға килеүе лә – махсус хәрби операция яугирҙәре, уларҙың яҡындары хаҡында оло хәстәрлек сағылышы. Йома һанының был ҡушымтаһында МХО-лағы һәм тылдағы заман геройҙары менән осрашып, яҡындан аралашып, дөрөҫ, аныҡ мәғлүмәт бирелә, төрлө ярҙам сараларына, дәүләт программаларына, льготаларға бәйле яңылыҡтар туплана. Тимәк, барыбыҙҙы бер ҡорға йыйыр, уй-кисерештәрҙе уртаҡлашыр, фекер алышыр майҙансыҡ ул “Илһөйәр”. Рәхмәт “Башҡортостан”дарға!    

Ғөмүмән, бында, МХО биләмәһендә, тормоштағы күп нәмәгә ҡарашым үҙгәрҙе. Иң мөһим ҡиммәттәрҙең ҡәҙеренә нығыраҡ төшөндөм. Беҙ тормошта күп ваҡытыбыҙҙы кәрәкһеҙ эштәргә, яһалма мөнәсәбәттәргә әрәм итәбеҙ, иғтибар итмәҫтәй, ҡайғырмаҫтай осраҡтар өсөн йөрәкте бөтөрәбеҙ. Бер-береһе менән һүҙгә килешеп, нимәнелер бүлешә алмай, үсләшеп  ғүмер иткәндәр бихисап. Нимәгә кәрәк ул шулай ваҡланыу, күңелдә ауыр “йөк” йөрөтөү? Ғүмер бер генә ләһә. Беҙ ҙә бында, әлбиттә, егеттәр менән ҡайһы саҡта әрләшеп китәбеҙ. Әммә тиҙ генә онотоп, иртәгәһен ихлас сәләмләшеп, хәрби заданиеға юлланабыҙ. Тормошта бер-береңә ҡапҡан түгел, ә ҡалҡан булырға кәрәк. Офицерҙар ҙа беҙҙе шуға өйрәтә. Уларҙың һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булыуы, контроле, үтә талапсанлығы – ҙур тормош мәктәбе.

Төрлө милләт вәкилдәре – бер ҡорҙа

“Ҡытай”. Ниңә ундай позывнойҙы һайлаған яугир? Әйтеүенсә, был тәү сиратта – илебеҙ менән дуҫ дәүләткә хөрмәт билдәһе. Шулай уҡ ул хәрби күнекмәләр мәлендә иптәштәре араһында тиҙлеге, йәһәт-йәһәт һөйләүе, “өтөп” алып барыуы менән айырылып торған, һөҙөмтәлә “хас ҡытайҙар һымаҡ” тигән баһа позывной булып “йәбешкән”.

– Ғөмүмән, бында бар халыҡтар ҙа тигеҙ, бер-беребеҙҙең милли ҡиммәттәренә, туған теленә, диненә, мәҙәниәтенә, тарихына хөрмәт менән ҡарайбыҙ, – ти “Ҡытай”. – Белеүегеҙсә, беҙҙең батальон яугирҙәре МХО биләмәһендә мәсет төҙөнө. Ул, “Йондоҙрахман”, йоҙаҡһыҙ, гел асыҡ тора. Эргәһендә әле бәләкәй сиркәү һалына. Төрлө дин, конфессия вәкилдәре булған яугирҙәр Ураҙа, Ҡорбан, Масленица һәм башҡа байрамдарҙа һәр саҡ бергә.

Махсус хәрби операция барған биләмәләге ауыл-ҡалаларҙың торошона, емереклектәргә ҡарайбыҙ ҙа, беҙҙә тормош ни ҡәҙәр яҡшы, Аллаға шөкөр, тибеҙ. Именлектең, тыныслыҡтың ҡәҙерен белһәк ине.

МХО биләмәһендәге барлыҡ ауырлыҡтарға, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына бирешмәйбеҙ ҙә... яҡын кешеләрҙән йыраҡ булыу үтә ҡыйын. Ҡәҙерле әсәйемде ерләргә ҡайтҡандан һуң дүрт йәшлек улымдың мине кире ебәрмәҫкә тырышып йөрөгәнен йыш иҫкә төшөрәм. “Юҡ, балам, мин бында булырға тейеш, – тип ҡуям эстән генә яуҙа саҡта ла. – Киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн көрәшәбеҙ – унан ситтә ҡала алмайым. Намыҫым етмәй”.

Фотола: Яугир “Илһөйәр” ҡушымтаһының әһәмиәтен юғары баһаланы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас