

"Башҡортостан геройҙары" программаһы 2025 йылдың 24 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының төбәк дауамы булараҡ эшләй башланы.
Уның төп маҡсаты — артабан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ Башҡортостан республикаһы предприятиеларында эшләү өсөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙан һәм ветерандарҙан идара итеү резервын булдырыу. Проектҡа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселек итә.
“Был программаны ойошторғанда, илдең бөгөнгөһө һәм иртәгәһе һеҙҙең кеүек кешеләргә бәйле булыуы өсөн шарттар тыуҙырыуын теләнем. Был һеҙҙең осорға тап килгәне өсөн, программаны “Геройҙар ваҡыты“ тип атаныҡ”, – тине федераль программа тураһында дәүләт башлығы Владимир Путин.
Башҡортостан батыр улдарын көтә
Башҡортостан федераль программаны дауам итеүгә ихлас тотондо. Быға һис тә ғәжәпләнергә түгел. Махсус хәрби операция башланыуҙың тәүге көнөнән республика уға булышлыҡ итә башланы. Яугирҙәребеҙ ҡорал тотоп илебеҙ сиктәрен һаҡлаһа, урында властар уларҙың ғаиләләрен ҡарай һәм яҡлай. Ә бит алғы һыҙыҡҡа бик күп идарасылар, эшҡыуарҙар, юғары белемле кешеләр, лидерҙар ҙа юлланды. Икенсенән, һуғыш ябай, ғәҙәти тормошта шым ғына йөрөгәндәрҙең дә иң яҡшы сифаттарын асты. Тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү, ғәҙеллек, намыҫлылыҡ һәм башҡа сифаттары күренде яугирҙәребеҙҙең.
Әле иһә улар ҡайта ла башланы. Кемдеңдер ваҡыты етте, икенселәрҙең йәше үтте, бәғзеләр яралар алып, әммә рухи яҡтан нығынып ҡайтты. Хәҙер уларҙы тыныс тормошҡа йәлеп итергә, бөтә яҡшы сифаттарын бында ҡулланырға кәрәк. Тап ошоларҙы күҙ уңында тотоп, “Башҡортостан геройҙары” программаһы барлыҡҡа килде лә.
“Беҙ был программаны президентыбыҙ ҡушыуы буйынса – "Геройҙар ваҡыты" федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырабыҙ. Әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булған йәки өйөнә ҡайтҡан кешеләрҙе саҡырам – тырышығыҙ! Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк!” – тине программа башланып торған саҡта Радий Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы программаны тормошҡа ашырыуға үтә яуаплы ҡарай. "Беҙ геройҙарыбыҙҙың тыуған еребеҙгә еңеү менән ҡайтыуын көтәбеҙ. Алғы һыҙыҡта уларҙа һөҙөмтәле идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн бик мөһим сифаттар формалаша. Тәү сиратта, был намыҫ, бурысҡа, Ватанға тоғролоҡ, бер кемгә лә һатылмау. Ватанды һаҡлаусыларҙың ысын илһөйәрлеге һәм яуаплылығы уларға Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн тыныс хеҙмәттә ярҙам итер, тип ышанам”, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта булғандарҙы һәм өйҙәренә ҡайтҡандарҙы ҡыйыу булырға саҡырҙы. “Һеҙҙең иң яҡшы сифаттарығыҙ, күнекмәләрегеҙ һәм оҫталығығыҙ Башҡортостанға һәм илгә бик кәрәк”, – тине Радий Фәрит улы.
Проект әүҙем дауам итә
Әлеге ваҡытта Башҡортостанда программаны тормошҡа ашырыу дауам итә. Дәғүәселәр бер нисә этапта һайлап алыу турын үтте. Улар үҙҙәренең мөмкинлектәрен онлайн-форматта ла, күҙгә-күҙ осрашып та күрһәтте. Һуңғы этаптарҙың береһендә 70 кешене һайлап алдылар һәм улар уҡый башланы ла.
Етәксе шундай булырға тейеш!
Әлфир Зыялетдинов – программаның сираттағы этабына үткән 70 кешенең береһе. Ул әлеге ваҡытта уҡыуын башлаған да. Әлфир Мәүлийәр улының уңышлы бизнесы бар – ул “ВИП риелтор” компанияһына нигеҙ һалыусы һәм етәксе. Әүҙем ҡарашлы ир сәйәсәт менән дә шөғөлләнә, төрлө йылдарҙа депутат ярҙамсыһы булып эшләгән, әле ул – “Берҙәм Рәсәй” партияһының Ленин районы буйынса бүлексәһе секретары.
– Мин был ҡарарҙы аңлы рәүештә ҡабул иттем. Тыуған илде, яҡындарымды, үҙ йортомдо яҡлау минең өсөн бер ваҡытта ла буш һүҙ түгел ине. Илебеҙгә ярҙам кәрәк саҡта көслө һәм яуаплы кешенең унда булыуы айырыуса мөһим икәнлеген аңланым, – тине ул.
Дөрөҫөн әйткәндә, ғаиләһе өсөн был бик ауыр һынау була. Әлбиттә, ҡурҡыу, борсолоу, күҙ йәштәре аша улар был ҡарарҙы оҙаҡ ҡабул итә алмай. Әммә ваҡыт үтеү менән хуплайҙар, сөнки был уның юлы һәм бурысы икәнен аңлайҙар.
Ҡатыным, өс балам бар. Тап шуларҙың киләсәген уйланым. Балаларым беҙҙең, өлкәндәрҙең, ваҡытындахәл итмәгән низағтарын хәл итергә тейеш түгел. Уларҙың тыныс йәшәүен һәм үҙ тормошон ҡороуын теләйем.
Минһеҙ ғаиләмә еңел булманы, тик был уларҙы көслөрәк, үҙаллы булырға өйрәтте. Улар һәр көндөң ҡәҙерен белергә, бер-береһенә таяныс булырға өйрәнде, – ти Әлфир Зыялетдинов.
Һуғыш – ир-егеттең ныҡлығын тикшереүҙең иң ҡаты юлы. Был тышҡы дошман менән көрәш кенә түгел, ә үҙеңдең көсһөҙ яҡтарың, ҡурҡыуҙарың һәм шиктәрең менән көрәштә. Яу ҡырында кешенең бар эске донъяһы асыла.
– Хәрби шарттар рухты һәм характерҙы сыныҡтыра. Унда булған 12 ай эсендә мин күп нәмәгә өйрәндем: сыҙамлыҡ, сабырлыҡ, тормошҡа һәм яҡындарға тағы ла нығыраҡ һөйөү. Күп кенә ҡиммәттәр унда ғына ысын мәғәнәһендә мөһимгә әйләнде, – ти әңгәмәсем.
Әлбиттә, бөгөнгө шарттарҙа ир-егеттәрҙең роле, эше баҙыҡланды. Уларҙың илде, йәмғиәтебеҙҙе һаҡлаусы икәнен аңланыҡ.
– Ир-ат булыу – тимәк, яҡлаусы булыу. Минеңсә, ир кеше яҡлаусы булыуын ваҡыты еткәс, быны эш менән дәлилләргә тейеш. Мин өс бала атаһы һәм уларҙы һүҙ менән түгел, ә шәхси өлгө менән тәрбиәләү мөһим тип иҫәпләйем. Улар аталарының башҡаларҙың арҡаһына йәшеренмәгәнен һәм ауырлыҡтарҙан ҡасмағанын белергә тейеш, – тип һығымта яһап ҡуйҙы яугир.
Егеттәр өсөн бик яҡшы мөмкинлек
Әлфир Мәүлийәр улы Зыялетдинов МХО биләмәһенә 2022 йылда үҙ теләге менән юллана. “Салауат Юлаев”исемендәге батальонда бер йыл хеҙмәт итә. Уңышлы эшҡыуар аҡсаға ла, данға ла ҡыҙыҡмай, тик тыуған ерен һаҡларға һәм үҙенең ысын ир-ат икәнен дәлилләргә теләй. Уға кире әйләнеп ҡайтҡас та ғәҙәти тормошҡа күнегеү бик ауырға тура килмәй. Ҡабаттан бизнесы менән шөғөлләнә башлай, һуғышҡа тиклемге кеүек үк кешеләргә, балалар йорттарына ярҙам итеүен дауам итә. Әммә, уның фекере буйынса, барыһы ла фронттан ҡайтҡас еңел генә адаптация үтә алмай. Һәм ошонда “Башҡортостан геройҙары” программаһы ярҙамға килә лә инде. Ошо турала һөйләштек.
– Программа яугирҙәр өсөн нимә бирә? Унда ҡатнашыусылар был мөмкинлекте нисек ҡабул итә?
– Әлбиттә, бик һәйбәт, көслө программа. Уны булдырған өсөн етәксебеҙ Радий Фәрит улына ҙур рәхмәт! Иптәштәр тәҡдим иткәс, мин дә унда ҡатнашып ҡарарға, көсөмдө һынарға булдым. Мин былай ҙа эшҡыуар, идара итеү тәжрибәм ҙур, ләкин өҫтәмә белемде бер ҡасан да артыҡ тип иҫәпләмәйем. Беҙҙең ваҡытта яңы белем, компетенциялар алыр өсөн ҙур ғына аҡса түләргә кәрәк. Ә бында яугирҙәр өсөн барыһы ла бушлай. Уҡыу программаһын ҡарап сыҡтым, ул бик ентекле әҙерләнгән, көслө уҡытыусылар тупланған. Ҡыуанып уҡыйым.
– Уҡып сыҡҡас, үҙегеҙҙе кем итеп күрәһегеҙ?
– Был турала уйлаған юҡ. Эшҡыуарлыҡ йәһәтенән тәжрибәм бар, бәлки, идарасы булараҡ үҙемде һанап ҡарармын. Әлегә остазымдың кем булыры ла билдәле түгел, ул кешенән дә күп нимә торасаҡ бит. Уҡыу барышында барыһы ла аңлашылыр тип уйлайым.
– Киләсәктән нимә көтәһегеҙ?
– Оҙаҡламай хәрби хәрәкәттәр тамамланыр, һәм тыныс тормош башланыр, тип ышанам. Кешеләр аҡыллыраҡ һәм көслөрәк булыр. Беҙгә бөтәбеҙгә лә күп нимәне яңынан төҙөргә тура киләсәк, һәм мин ошо эштең бер өлөшө булырға теләйем. Үҙемдең һайлауымды асыҡ йөрәк менән яһаным. Һәм бер нәмәгә ҡарамаҫтан, кеше булып ҡалырға теләйем.
Фото: геройҙың шәхси архивынан.