

Бөгөн баш ҡалабыҙҙың “Өфө-Арена” универсаль спорт аренаһы эргәһенән бер төркөм яугирҙәр махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды.
Рәсәй Федерацияһының Милли гвардияһының Федераль ғәскәрҙәр хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы составындағы Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон хәрбиҙәре яуаплы ла, ауыр ҙа бурысты үтәр өсөн оҙон юлға сыҡты.
Егеттәрҙең һәр ҡайһыһында рухи ныҡлыҡ тойола. Мәсетле районынан “Физрук” позывнойлы яугир өс аҙна ялда булған.
– Ғаиләм эргәһендә булып, күңел көсө туплап, ҡабат махсус хәрби операцияға юлланам. Ашҡынып ялға тыуған яғыма ҡайтһам, ял итеү менән, хеҙмәттәштәрем янына ла һағынып барам. Улар менән бер туғандар һымаҡбыҙ, бер-беребеҙгә ярҙам итәбеҙ. Әле лә шылтыратып хәлдәремде белештеләр, ҡаршы аласаҡтар, – тине яугир.
Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙҙы ҡатыны һәм балалары оҙатырға килгәйне.
– Иң мөһиме, иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын. Ауырлыҡтарға бирешмәһен. Беҙ уны көтәбеҙ, – тине яҡындары.
“Физрук”тың намыҫлы хеҙмәте өсөн наградалары ла бар. “Хәрби отличие өсөн”, “Хәрби батырлыҡ” миҙалдары уның күкрәген биҙәй.
Шишмә районынан “Мәхмүт” позывнойлы егет тә ялда булып ата-әсәһен, туғандарын, дуҫтарын күргән. Бөгөн уны оҙатырға ата-әсәһе һәм һеңлеһе килгәйне.
– Махсус хәрби операцияла 1,5 йыл хеҙмәт итәм. Өс тапҡыр ялға ҡайттым.Хәрби хеҙмәт тормошҡа ҡарашты үҙгәртә, һәр нимәгә етди ҡарарға өйрәтә. Яҡындарҙың, йәшәүҙең ҡәҙерен нығыраҡ беләһең. Донъялар тынысланып, махсус хәрби операциянан ҡайтҡас, эшләр эштәрем, маҡсаттарым ҙур. Уларҙың барыһының да тормошҡа ашыуын теләйем, – тине контракт буйынса хеҙмәт итеүсе яугир.
Әйткәндәй, “Мәхмүт”тең бер туған ҡустыһы “Малой” позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа махсус хәрби операцияла. Күрһәткән батырлығы өсөн ул “Хәрби отличие өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән.
– Улдарыбыҙ иҫән-һау еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтһын. Улар менән ғорурланабыҙ. Илгә ауырлыҡ килгәндә юғалып, ҡурҡып ҡалманылар, – тине атай менән әсәй.
Әйткәндәй, яугирҙәрҙең атайҙары ла заманында армия сафтарында хеҙмәт иткән. Улдарын да ныҡлы рухта, илһөйәр итеп тәрбиәләй алған.
Автор фотолары.