Геройҙар дәүере
28 Июнь 2025, 08:30

Проектта Дүртөйлө ветерандары ла ҡатнаша

Маҡсат – хәрби көстәрҙә ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.

Проектта Дүртөйлө ветерандары ла ҡатнашаПроектта Дүртөйлө ветерандары ла ҡатнаша
Проектта Дүртөйлө ветерандары ла ҡатнаша

Ил Президенты Владимир Путин тәҡдиме менән башланған "Геройҙар дәүере" программаһының беҙҙең республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы буйынса тормошҡа ашырылған “Башҡортостан геройҙары” проектында Дүртөйлө районынан ветерандар һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа бар.

Улар араһында - махсус хәрби операция ветерандары Раил Фәйезов һәм Ришат Сибәғәтуллин. Был проект “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһына оҡшаш. Маҡсат – МХО-ла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү.

– Беҙҙең егеттәр әңгәмәнең бер этабын үтте. Проекттың иң яҡшы ҡатнашыусылары һөнәри ҡайтанан әҙерләүгә саҡырыу аласаҡ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан махсус хәрби операция ҡатнашыусылар өсөн кадрҙар проекттарына ғаризалар һаны буйынса лидер булды. Был инициативаның тыныс киләсәк төҙөргә әҙер булғандар өсөн ни тиклем кәрәклеген һәм әһәмиәтле булыуын тағы бер тапҡыр раҫлай.

“Башҡортостан геройҙары” проектында ҡатнашыу беҙҙең дүртөйлөләр өсөн артабанғы карьераһында мөһим аҙым булыр, тип ышанам. Уларға уңыштар теләйем, – тип белдерҙе Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.

Фото: Риф Йосоповтың социаль селиәрҙәге сәхифәһенән

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас