

– Мин бына дүртенсе тапҡыр һөйөклө әсәйем янына ҡыҫҡа сроклы ялға ҡайттым, – тип һөйләй мыҡты кәүҙәле, хәрбиҙәрсә ыҫпай кейемле яугир. Бишбүләк егетенә 37 йәш, баҫалҡы, аҙ һүҙле булыуы һиҙелә. Шулай ҙа ул беҙҙең үтенесте тыңлап, һорауҙарға тулы яуап бирергә тырышты.
– Мин хәрби хәрәкәттәр зонаһында 2022 йылдың 22 сентябренән үк инде. Мобилизацияның тәүге тулҡынына эләктем. Ул саҡта Бишбүләк хәрби комиссариатынан беҙ – өс Ҡаныҡай егете– Рәсәй Ҡораллы көстәре сафына киттек. Шөкөр, уларҙың барыһы ла иҫән-һау. Беҙ иңде-иңгә терәп бергә һуғышабыҙ, – ти яугир.
Яҡташыбыҙ еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта булыуына тәрән ышана. Ул яу яланынан һуң тыныс тормошҡа, тыуған Бишбүләгенә ҡайтып, ауылдаштары, туғандары менән осрашыуына сикһеҙ шат. Көтөп алған ял көндәрен ул яҡындары менән рәхәтләнеп, иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә йыйына. “Ата-әсә йортонда булыу, туғандар, дуҫ-иш, махсус хәрби операциянан ҡайтҡан егеттәр менән аралашыу әйтеп бөтөргөһөҙ шатлыҡ”, – ти ул.
Яугир урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бәләбәй педагогия колледжына уҡырға инә. 2007-2008 йылдарҙа армияла хеҙмәт итә. Һомғол буйлы егетте Елань ҡалаһындағы Рәсәй армияһының мотоуҡсылар ғәскәрҙәренә хеҙмәткә алалар. Армиянан ул сержант званиеһында ҡайта.
– Туған мәктәптә эш булманы. Шул саҡта дуҫтарым мине Себергә эшкә өгөтләй башланы. Тик уҡытыусы дипломы менән унда ни эшләйһең? Шуға күрә Дәүләкән ҡалаһында яңы һөнәр алырға, иретеп йәбештереүсе булырға тура килде. Ун йыл ғүмер төҙөлөштә һиҙелмәй ҙә үтте. Аҙаҡ тағы өс йыл “Роснефть” ойошмаһында эшләнем. Махсус хәрби операция башланыу менән яҙмышымды һәм нимәгә һәләтле булыуымды һынап ҡарарға булдым, – ти отделение командиры. – Ғөмүмән, армия хеҙмәте минең өсөн тормош, батырлыҡ һәм антҡа тоғролоҡ дәрестәре булды.
Шулай итеп, дуҫтарым менән Һарытауға барып эләктек, комплекслы хәрби әҙерлек үттек. Унан беҙҙе Запорожьены Украина националистарынан азат итергә ебәрҙеләр. Мине мотоуҡсылар отделениеһы командиры итеп тәғәйенләнеләр. Мин хеҙмәт иткән пехота – яу яланы ” батшаһы”. Беҙҙең подразделениелар дошманды йәшеренгән урындарынан һәм һаҡлаған позицияларынан ҡыуып сығармайынса хәрби оперцияның уңышлы үтеүе тураһында һүҙ йөрөтөү иртә. Яйлап, әммә ышаныслы рәүештә, метрҙар артынан метрҙарҙы үтеп, алға үтәбеҙ. Яугирҙәрҙе тылдың ныҡлығы, ярҙамы шатландыра. Беҙ быны гуманитар ярҙам, йылы итеп яҙылған хаттар, посылкалар аша тоябыҙ.
Яугирҙең еңеү менән ҡайтҡанын өйҙә әсәһе, ағаһы ғаиләһе менән көтә. Хәрби хәрәкәт ветераны бер нисә хәрби миҙал, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Беҙ уға ныҡлы һаулыҡ, хеҙмәтендә уңыштар теләйбеҙ. Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға яҙһын!
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Контракт төҙөгән һәр кем айына 210 мең һум, бер тапҡыр түләнеүсе 1 миллион 400 һум күләмендә аҡса аласаҡ. Бөтә контрактниктарға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 40-тан ашыу төр льгота ҡаралған.
Владимир Смолов фотоһы.