

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Опер” позывнойлы Сибай егете хеҙмәттәштәре менән дошмандың күҙ алдынан хәрби техниканы ҡыуып алып китә.
Башҡорт яугиренең дыуамал аҙымы һәм батырлығы хаҡында “Башкирский батальон” телеграм-каналы хәбәр итә. Каналда Рәсәй разведчиктарының хәрби техниканы нисек ҡыуып алып китеүҙәре хаҡында видео ла бар.
Рулдә Сибай ҡалаһынан “Опер” позывнойлы яугир ултырған. Хәрби иптәштәре менән ул БТР LAV Super Bison техникаһын Сумы өлкәһе сигендә ҡулға төшөрә.
“Ҡайтышлай БТР бер аҙ зыян күрә, әммә экипаж тәғәйен пунктҡа имен-аман ҡайтып етте”, - тиелә пабликтағы хәбәрҙә.
Фото: “Башкирский батальон” телеграм-каналы.