

Бөгөн, Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә, “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостандағы филиалында “Геройҙар беҙҙең эргәлә” тип аталған тантаналы сара үтте. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, ирекмәндәргә дөйөм еңеүгә индергән өлөшө өсөн наградалар тапшырылды.
Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Ирина Панькина, Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Римма Үтәшева, Башҡортостандың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова, “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының Башҡортостандағы филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ҡатнашты.
Сараны асып, парламент спикеры барыһын да Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан ҡотланы һәм Рәсәй армияһының тарихи миссияһы тураһында һөйләне.
– Беҙ һеҙҙең менән донъялағы иң ҙур, ҡеүәтле, күп милләтле, берҙәм илдә йәшәйбеҙ. Ҡайһы берҙәргә был оҡшамай. Ватандаштарыбыҙ һәр ваҡыт дәүләтебеҙ мәнфәғәттәрен ҡыйыу яҡлай. Бөгөн дә шундай этап кисерәбеҙ: һуғыш бара, уны беҙгә ҡаршы коллектив Көнбайыш тағы ла бер тапҡыр ҡуҙғатты. Рәсәй, тарихта бер нисә тапҡыр булған кеүек, дөйөм маҡсатҡа – Еңеүгә өлгәшеү өсөн берләшә. Беҙ мотлаҡ еңәсәкбеҙ! - тине ул.
Константин Толкачев халыҡ ярҙамының әһәмиәтен айырым билдәләне:
– Был ауыр ваҡытта берҙәмлегебеҙҙән дә көслөрәк нәмә юҡ. Ул - яралы яугирҙәргә һауығырға, һәләк булғандарҙың ғаиләләре хаҡында хәстәрлек күрергә ярҙам иткән көс. Алғы сафтағылар артында - бөтә ил, күп милләтле барлыҡ халҡыбыҙ.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе шулай уҡ парламенттың МХО-ла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү маҡсатында алып барған эше тураһында һөйләне:
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү өсөн һөҙөмтәле ҡануни база булдырҙыҡ. 2022 йылдың мартында уҡ, Рәсәйҙә беренсе булып, беҙ һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ике миллион һум түләү тураһында закон ҡабул иттек. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 30-ҙан ашыу ҡанун бар. Депутаттар даими рәүештә гуманитар миссиялар менән махсус хәрби операция биләмәһенә сыға. Шәхсән үҙем унда бер нисә тапҡыр булдым. Депутаттарыбыҙ етәкселегендәге предприятиелар әүҙем ярҙам итә: һуңғы йылда ғына махсус хәрби операцияға ярҙам итеүгә 150 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек.
Фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ла хәрби хәрәкәттәр ветерандарын тәбрикләне һәм фонд күрһәткән ярҙам саралары тураһында һөйләне.
– Бөгөн награда алған яугирҙәр менән беҙ күптән эшләйбеҙ. Улар барыһы ла махсус хәрби операция ветерандарын социалләштереүгә йүнәлтелгән йәмәғәт проекттарында әүҙем ҡатнаша. Ғөмүмән, беҙҙең ишектәр бөтә геройҙарыбыҙ өсөн асыҡ. Уларға дәүләт ярҙамы сараларынан файҙаланырға ярҙам итеүебеҙгә шатбыҙ, – тине Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы.
Сарала ҡатнашыусыларға батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өсөн Шайморатов генерал миҙалдары, “Хәрби хәрәкәттәр ветераны” танытмалары, шулай уҡ Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттарының рәхмәт хаттары тапшырылды. Сара дөйөм фотоға төшөрөү менән тамамланды.
Рәмилә МУСИНА фотолары.