Геройҙар дәүере
2 Июль 2025, 10:00

"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?

Стәрлетамаҡта хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнде

"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?

1 июль – Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө Стәрлетамаҡта киң итеп уҙғарылды. Ҡаланың бер нисә урынында майҙансыҡтар булдырылды. Уларға хәрби хәрәкәттәр ветерандары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары, урындағы халыҡ йыйылды.

Ю. Гагарин исемендәге паркта рәссамдарҙың “СВОиГерои” күргәҙмәһе эшләне. Еңеү паркында Яугир-интернационалистар стелаһына сәскәләр һалынды. Шулай уҡ бында киң илһөйәрлек күргәҙмәһе ойошторолдо. Һәләк булғандарҙы иҫкә алырға, ветерандарҙы ҡотларға ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, депутаттар һ.б. килде.

Артабан “Кинопорт” кинотеатрында “Тыл көсө” тип аталған документаль фильмдың премьераһы үтте. Ул – режиссер Ирма Карягинаның, оператор, монтажсы Григорий Мельниковтың һәм хакимиәттең матбуғат хеҙмәтенең берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһе. “Тыл көсө” махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк фронтҡа ярҙам иткән Стәрлетамаҡ халҡы тормошо тураһында.

Фильмды күрһәтеү башланыр алдынан Эмиль Шәймәрҙәнов МХО-ға ярҙам итеүгә ҙур өлөш индергән стәрлетамаҡтарға “Тыл көсө” билдәһен тапшырҙы. Был награда Еңеүҙе яҡынайтыуға ярҙам иткәндәргә хөрмәт, рәхмәт тойғоһон сағылдыра.

Фотолар Э. Шәймәрҙәновтың сәхифәһенән.

"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
"Тыл көсө" фильмы кемдәр хаҡында?
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас