

“Башҡортостан геройҙары” программаһы республикала Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән эшкә тотонған “Геройҙар ваҡыты” федераль проектының дауамы булараҡ 2025 йылдың 24 февралендә йүнәлеш алды. Уның төп маҡсаты аныҡ һәм уйланылған – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм ветерандарҙан дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, предприятиеларҙа артабан эшләү өсөн идара итеүсе резерв формалаштырыу.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проектҡа шәхсән етәкселек итеү менән бергә махсус хәрби операцияның алғы һыҙығындағыларҙы һәм тыуған еренә аяҡ баҫҡан яугирҙәрҙе тыныс тормошта ла ҡыйыу булырға саҡыра. “Беҙ геройҙарыбыҙҙың еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтыуын көтәбеҙ. Алғы һыҙыҡта уларҙа һөҙөмтәле идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн кәрәкле бик мөһим сифаттар барлыҡҡа килде. Тәү сиратта был– намыҫ һәм абруй, бурысҡа тоғролоҡ, һатлыҡ булмау, Тыуған илгә бирелгәнлек. Ватанды яҡлаусыларҙың ысын илһөйәрлеге һәм яуаплылығы уларға тыныс хеҙмәттә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәскә атыуы өсөн ярҙам итер”, – тине етәксе мөрәжәғәтендә.
Проект тыныс тормошҡа ҡайтыусы хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе төрлө яҡлап яҡлауға йүнәлтелгән. Белем алыу мөмкинлектәренән тыш, уны республика мәнфәғәттәренә һөҙөмтәле ҡулланыу бурысы ла ҡуйыла. Үҙенсәлекле тормош тәжрибәһенә, яңы белем һәм күнекмәләргә эйә ветерандарҙың республиканың йәмәғәт-сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуына, яңы проекттар тәҡдим итеүенә ҙур өмөттөр бағлана.
Башҡортостанда программала ҡатнашыуға ике меңдән ашыу кеше заявка биргән һәм 150 кеше һайлау этабын үткән. 21 июлдән 70 финалист көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу форматында уҡый башлаясаҡ. Ошо үҙенсәлекле программала ҡатнашыусыларҙың береһе – Сибай ҡалаһында йәшәүсе ветеран Рәмил Рамазан улы Ибраһимов.
Рәмил Рамазан улы донъяның әсе-сөсөһөн татыған, мул тормош тәжрибәһен туплаған, бер түгел, ике профессияға эйә 53 йәшлек уҙаман. Инде ҡыҙҙары юғары уҡыу йорттарын тамамлап эшләп йөрөгәндә, был проектта ҡатнашыу, йәштәр менән бер рәттән яңынан китап-рефераттарға күмелеп ултырыу ниңә кәрәк булды икән? Ғөмүмән, үҙенсәлекле проектты яугирҙәр нисек ҡабул иткән? Хәрби юл үткән ветерандың яуабы ябай һәм ышаныслы яңғыраны.
– Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең Рәсәйгә тоғролоғон эштәре менән иҫбатланы. Минеңсә, уларға иң ҡатмарлы бурыстарҙы ла ышанып тапшырырға була. Көн һайын Ватан именлеге хаҡына ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйған кешеләр ысын мәғәнәһендә илһөйәр һәм батыр кешеләр. Программала ҡатнашыу ҡиммәтле белем һәм күнекмәләр алыуға, идара итеүҙең заманса ысулдарына һәм технологияларына эйә булыуға, команда менән эшләү оҫталығына ярҙам итер, тип уйлайым. Шәхсән миңә ҡағылғанда, тыныс тормошҡа сыҡтым тип, бөтә ил, республика һәм район мәшәҡәттәренән ситкә китеп, үҙемә бикләнеп йәшәүҙе күҙ алдына килтермәйем. Ниндәйҙер файҙалы эшкә тотоноп, еренә еткереп эшләге, көс һәм һаулығымды һалып, яҡташтарымды ҡыуандырырлыҡ бурыстарҙы хәл итәһе килә. Бында эштең ҙуры, бәләкәйе юҡ, иң мөһиме, эшеңдән ҡәнәғәтлек кисереү. Яугирҙәр өсөн махсус проект булдырыу уларға ҙур ышаныс күрһәтеү тигән һүҙ, ә ышанысты аҡларға кәрәк.
Рәмил Рамазан улының тормошо хәрби эшмәкәрлек менән тығыҙ бәйләнгән. Хәрби хеҙмәттә була, Сибайҙа фельдшерлыҡҡа уҡый, аҙаҡ Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. 2023 йылдың август айында Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итә. Тәүҙә Салауат Юлаев батальонында хеҙмәт итә, медицина пункты начальнигы итеп тәғәйенләнә. Аҙаҡ 3-сө батальонда хәрби бурысын үтәргә тура килә.
– Донецк Халыҡ Республикаһында Северный ҡасабаһы янында объекттарҙы һаҡлау, пропуск режимын тикшереү һәм үтәү бурысы йөкмәтелде. 2024 йылдың ғинуарында Белгород йүнәлешенә сик һаҡларға оҙаттылар, һөжүмгә әҙерлекте көсәйттек, траншеялар ҡаҙыу, блиндаждар ҡороу һәм башҡа эштәрҙе башҡарырға тура килде. Медицина хеҙмәткәренең эшмәкәрлеге һуғыш яланында баһалап бөткөһөҙ, уларҙың фиҙакәрлеге, һалдаттарҙың ғүмерен һаҡлау өсөн үҙҙәренең ғүмерен фиҙа итеүҙәре, оперативлығы, уйлап табыусанлығы хаҡында әллә күпме һөйләргә булыр ине. Яраланғандарға тәүге ярҙам күрһәтеүҙән тыш, ниндәйҙер ауырыу эләктергәндәргә, хроник сирҙәре ҡуҙғалған яугирҙәргә лә дауа талап ителә. Йәрәхәт алғандарҙы Белгород дауаханаһына эвакуациялайбыҙ. Быныһы үҙе бер ҡатмарлы мәсьәлә . Нисек тура килә, шулай тиҙерәк яралыларҙы табиптар ҡулына тапшырырға тырышабыҙ. Йәйәүләп тә, мотоциклда, квадроциклда ,”буханка”ла ташыйбыҙ, бары йәһәтерәк, уйлабыраҡ ҡуҙғалырға кәрәк, сөнки өҫтән беҙҙең һәр хәрәкәтебеҙҙе күҙәтеп торған “ҡарсығалар” етерлек. Кассеталы бомбалар, танктар һөжүме хәлде тағы ҡатмарлаштыра.
Май айында бер аҙ алға киттек, Волчанск ҡалаһына барып етмәй йылғаның бер ярында туҡтаныҡ, икенсе ярында – дошман. Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған бүрәт, сыуаш, урыҫ, ҡабарҙы,осетин, мари, мордва һәм башҡа милләт егеттәре менән бер-беребеҙгә терәк булып, ярҙамлашып хеҙмәт иттек. Бындай берҙәмлек, тупланғанлыҡ менән ғорурланырға була!
2024 йылдың июль аҙағында батальон алғы һыҙыҡтан сығып, Донецк Халыҡ Республикаһына йүнәлде. Беренсе тапҡыр, 25 көнлөк отпуск алып, тыуған яғыма ҡайттым. Сынғыҙҙа йәшәгән әсәйем, ғаиләм, туғандарым һөйөнөп ҡаршы алды, улар өсөн ҙур байрам булды ул көн. Ғаиләлә беҙ биш бала үҫтек, мин – иң өлкәне. Бер туған ҡустым Раил да махсус хәрби операцияла ҡатнашты, хәҙер ул баш ҡалала, – тип, хәрби юлы менән ҡыҫҡаса таныштырҙы медицина хеҙмәте прапорщигы Рәмил Ибраһимов.
Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегендә эксперт бүлеге начальнигы булып эшләгән, полиция подполковнигы Рәмил Рамазан улының “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә командировкала булыуы, 2022 йылда пенсияға сыҡҡандан һуң “Вагнер” шәхси хәрби компанияһы менән контракт төҙөп, Африкала хеҙмәт итеүе тураһында ла хәбәрҙарбыҙ. Быныһы ла хәрби ветерандың биографияһында лайыҡлы урын алған иҫтәлекле биттәр. Уның тынғыһыҙ хеҙмәтен аңлап ҡабул иткән, төндәрен борсолоп, уйланып үткәргән, ҡәҙерле кешеләренә Ватанды һаҡлау өсөн фатихаларын биргән тормош сәскәләре – әсәһе Рәйсә Хәйрулла ҡыҙына, хәләл ефете Әлфиә Әмир ҡыҙына һәм ҡыҙҙары Яҙгөл, Миңлегөл, Гөлназға һаулыҡ һәм күңел тыныслығы теләйһе килә.
Рәмил Ибраһимов енәйәтселек менән көрәштә батырлығы, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡаны өсөн күкрәккә тағыла торған билдәләр, Рәсәй Президенты указы менән II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” орден миҙалы менән наградланған.