

Республикабыҙҙа “Башҡортостан геройҙары” программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Ул төбәгебеҙҙә “Геройҙар дәүере” федераль проектының дауамы булараҡ ҡабул ителде.
Программаның сираттағыһында Октябрьский ҡалаһынан махсус хәрби операция ветераны Николай Ҡунаҡбаев та ҡатнаша. Буласаҡ идара итеүселәр, халыҡ мәнфәғәттәрен ҡайғыртасаҡ лидерҙар өсөн дәрестәр “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһендә алып барыла.
Бында 66 кеше курс үтә. Улар проекттың әлеге этабында партияның төрлө кимәлдәге майҙансыҡтарында эшләп ҡарай, шулай уҡ халыҡ менән диалог булдырырға өйрәнә, биләмәләргә идара итеүҙең заманса алымдары менән таныша.
Билдәле булыуынса, “Башҡортостан геройҙары” программаһы республика Башлығы Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса тормошҡа ашырыла башланы. Тыныс тормошҡа әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәр әлеге проект ярҙамында төрлө яҡлап үҫешеү, үҙҙәрен идара итеүсе, лидер булараҡ һынап ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Фото: “Октябрьский нефтяник” гәзите сайтынан.