Геройҙар дәүере
9 Июль 2025, 10:00

Яугир ҡатындарын ҡотланылар

Йыл башынан перинаталь үҙәктә  29 яугир  ҡатыны әсә булған

Яугир ҡатындарын  ҡотланыларЯугир ҡатындарын  ҡотланылар
Яугир ҡатындарын ҡотланылар

Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин  социаль селтәрҙәге битендә Өфөләге перинаталь үҙәктә сабыйҙарын тапҡан яугир ҡатындарын Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлауҙары тураһында хәбәр итә.

“Ғаилә беҙҙең иң юғары ҡиммәтебеҙ булды һәм шулай булып ҡаласаҡ. Әсәлекте һәм балалыҡты, күп балалы ғаиләләрҙе яҡлау, ғаилә һәм никахты нығытыу – беҙҙең эшебеҙҙең ҙур өҫтөнлөгө.

 Бөгөн Республика перинаталь үҙәгендә беҙ йәш әсәләрҙе, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡатындарын байрам менән ҡотланыҡ. Уларҙың ирҙәре беҙҙең тыуған илебеҙҙе һаҡлай, ә ҡатындар үҙҙәренең батырҙарын өйҙә көтә, ғаилә усағын һаҡлай, балалар тәрбиәләй.  Йыл башынан перинаталь үҙәктә  29 ҡатын әсә булды. Байрам хөрмәтенә беҙ уларға Ватанды яҡлаусылар йылы  миҙалдарын, фотокитаптар һәм бүләктәр тапшырҙыҡ”, – тип әсәйҙәргә һәм сабыйҙарына һаулыҡ теләне.

 Фото: Респулика перинаталь үҙәктең матбуғат хеҙмәте.

 

Яугир ҡатындарын  ҡотланылар
Яугир ҡатындарын  ҡотланылар
Яугир ҡатындарын ҡотланылар
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас