Геройҙар дәүере
10 Июль 2025, 07:15

Миәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәп

МХО-нан ғәрипләнеп ҡайтҡан ветерандарҙың йорто мөмкинлектәренә ярашлы яңыртыла.

Миәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәпМиәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәп
Миәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәп

Миәкә районында махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, МХО-нан әйләнеп ҡайтҡан ветерандарға ярҙам саралары даими күрһәтелә.

Был йәһәттән “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының урындағы штабы айырыуса әүҙем эшләй. Социаль координатор Айгөл Ҡәнзәфәрова һәр осраҡҡа ҡарата иғтибарлы, бар яугирҙәрҙең хәл-торошон ныҡлы контролдә тота.

Мәҫәлән, фонд филиалында быйыл ғинуарҙа теркәлгән МХО ветераны Дмитрий Иванов, инвалид булараҡ курс үтеп, ҡул менән идара ителә торған махсус транспорт сараһының үҙенсәлектәрен өйрәнеү тураһында сертификат алған. Ул шулай уҡ, Айгөл Ҡәнзәфәрованың тәҡдиме буйынса, торлағын үҙенең мөмкинлектәренә ярашлы ҡулайлаштырыуға заявка биргән. Яугиргә бөтә документтарҙы туплауҙа ла социаль координатор ярҙам күрһәткән.

Айгөл Ҡәнзәфәрова фонд филиалында теркәлгән МХО ветераны, инвалид Денис Матвеевҡа ла торлағын ҡулайлаштырыуға заявка биреүҙә ярҙам иткән. Ошо документҡа ярашлы, яугирҙең йәшәү шарттарын тикшереү өсөн махсус комиссия килгән. Һөҙөмтәлә уның өйөндә “Аҡыллы йорт” системаһы ҡуйыласаҡ. Барлыҡ ҡорамалдар дәүләт фонды иҫәбенә алынасаҡ.

Денис теләгән һөнәренә уҡып, күңеленә ятышлы эш табырға планлаштыра. Был ниәтен тормошҡа ашырыуҙа ла район ярҙам итергә әҙер.

Фотолар: Миәкә районы хакимиәтенең "Бәйләнештә"ге төркөмөнә ҡуйылған видеояҙмаларҙан скриншот.

Миәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәп
Миәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәп
Миәкә егеттәренә йәшәү дәрте өҫтәп
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас